Общие статьи
16 Май 2023, 11:00

19 майҙан Өфөнән Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына тура рейстар асыла

Azur Air авиакомпанияһы Өфөнән Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына — Хургадаға һәм Шарм-әл-Шейхҡа тура авиарейстар аса. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

19 майҙан Өфөнән Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына тура рейстар асыла19 майҙан Өфөнән Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына тура рейстар асыла
19 майҙан Өфөнән Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына тура рейстар асыла

«19 майҙан Шарм-әл-Шейхҡа осош программаһын асыла. 27 майҙа Хургадаға тәүге рейс юллана», — тип белдерҙеләр баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.

Осоштар 10 көнгә бер тапҡыр башҡарыла, юлда осоу ваҡыты — алты сәғәт. 238 пассажир өсөн иҫәпләнгән Boeing 757–200 самолеттары йәлеп ителә.

Чартер рейстарына билеттар һатыла башлаған.

«Ошо рейстарҙан тыш, йәйгеһен AlMasria Universal Airlines авиакомпанияһы ла Мысырға пассажирҙар ташый», — тип өҫтәнеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-12/19-may-an-f-n-n-y-yl-di-ge-kurorttaryna-tura-reystar-asyla-3255347 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас