

2023 йылда Башҡортостандың балалар лагерҙарында ял итеү буйынса йәйге һауыҡтырыу кампанияһына 490 мең самаһы бала йәлеп ителә, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында. Заездар июндән авгусҡа тиклем ойошторола.
Төрлө формалағы 1600-гә яҡын лагерь асыу планлаштырыла. Улар араһында палатка, хеҙмәт һәм ял, көндөҙгө, профилле һәм ҡаланан ситтәге лагерҙар бар. Ойошмаларҙың тулы реестры республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫылған.
Өфө биләмәһендә 272 профилле учреждениеның асылыуы көтөлә. Республикала балаларҙың йәйге ялын ойоштороу тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.