

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төндә көньяҡта, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13, төньяҡта +18 градус.
Шәмбе, 13 майҙа, төндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градусҡаса күтәрелә.
Йәкшәмбе, 14 майҙа, Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7, көндөҙ +13, +18 градус.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 12 майҙа республиканың ҡайһы бер көньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.