Общие статьи
14 Апреля 2023, 07:00

Көслө ел, ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана: республикала урыны менән елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе, көньяҡта сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Көслө ел, ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрәКөслө ел, ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә
Көслө ел, ҡар һәм боҙлауыҡ: Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә

14 апрелдә көн аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында ямғыр, епшек ҡар, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 15-20 метр, урыны менән тиҙлегенең секундына 26 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0, +5, төньяҡта -2, -7°, көндөҙ +2, +7°ю Республиканың көньяғында юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-13/k-sl-el-ar-m-bo-lauy-bash-ortostanda-aua-torosho-g-r-3218769 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас