Общие статьи
14 Апрель 2023, 06:54

Өфө районында балыҡсы ауға уралып, батып үлгән

13 апрелдә төн уртаһында ашығыс хеҙмәттәргә Өфө районындағы Кривое күленә балыҡ тоторға киткән ирҙең өйөнә ҡайтмауы тураһында хәбәр килгән, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Өфө районында балыҡсы ауға уралып, батып үлгәнӨфө районында балыҡсы ауға уралып, батып үлгән
Өфө районында балыҡсы ауға уралып, батып үлгән
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Урынға ведомство ҡотҡарыусылары юлланған, эҙләү эштәре башланғас, балыҡсының кәүҙәһен табып, ярға сығарғандар. 1953 йылғы ир ауҙы ҡарайым тип кәмәнән ҡолап төшкән дә шуға уралып, батып үлгән тигән фараз бар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың тау йылғаларында экстремаль ял яратыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡотҡарыусылар дежур итә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас