

– Эше бөткән, ҡала кешеһе тиерһең, вахтанан ҡайтҡандан бирле бер нимә лә эшләгәнең юҡ. Телевизор ҡарайһың да, гәзит-журнал аҡтараһың. Яңылыҡ кәрәк һиңә. Ергә төш, ауылда йәшәйһең, үҙең беләһең бында эштең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәгәнлеген. Космик хыялдарыңды башыңдан алып ташла. Тағы бер ҡабатлайым, ергә төш, мин эргәңдә.
– Нимә эшләйем һуң, йәнем? Бәлки һоро матдәм “ҡыбырлай” башлар тип, гәзиттәр аҡтарам да инде.
– Һоро матдә (серое вещество – авт.) тиһеңме? Ул һиндә бармы һуң, әллә ҡасан киптереп бөткәнһеңдер. Булһа, һелкенер инең бер аҙ, тик ятмаҫ инең. Бәрәңгене мин ҡаҙып алдым, сөгөлдөрөн дә. Һыйыр һауыу, көтөү ҡыуыу минең елкәлә, һыу ташыуҙы һөйләйһе лә түгел. Көн дә ҡабатлана. Ә һин дүрт аяҡлы дуҫыңды (диванды әйтә – авт.) һаҡлауҙан башҡа эшең күренмәй. Теге “академик”тарың да айға бер генә ҡайталар. Улар ҙа һиңә оҡшағандар, “һелкенмәйҙәр”, көндәр буйы телефонда ултыралар. Әйткәнде лә ҡолаҡҡа элмәйҙәр, ә уҡырға киткәндә сумкаларына хатта бер һыйыр һыймай.
– Малайҙарыбыҙ уҡый, Сиринәкәйем. Тиктомалға әйтмәйҙәрҙә, уҡыуҙы энә менән ҡойо ҡаҙыу, тип. Ашамағас, уҡып буламы ни? Иң мөһиме, күтәртеп ятмаһындар.
– Яҡлама шул ялҡауҙарыңды...
– Минеке генә түгел, һинеке лә, бәғерем. Ярай булды, нимә ҡушаһың, хәҙер эшләп ҡуям.
– Инде аҙнаға яҡын бәҙрәфтең ишеге килеп төшкәненә, шуны әтмәләп ҡуй әле. Һеҙ, мужиктарға, барыберҙер, беҙгә бигерәк уңайһыҙ. Етмәһә, күрше Әлифә апайға йөрөйөм үҙем.
– Тапҡан ҡайғырыр әйбер. Ул да булдымы эш. Торһон шул килеш. Унан нимә урлайһың?
Илбарис Сәлимхан.
Тирмән ауылы.