Общие статьи
7 Апреля 2023, 12:05

Башҡортостан Республикаһы бюджеты социаль йүнәлешен, тигеҙлеген һәм тотороҡлолоғон һаҡлай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 29 мартта БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында республика Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһаны.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты социаль йүнәлешен, тигеҙлеген һәм тотороҡлолоғон һаҡлайБашҡортостан Республикаһы бюджеты социаль йүнәлешен, тигеҙлеген һәм тотороҡлолоғон һаҡлай
Башҡортостан Республикаһы бюджеты социаль йүнәлешен, тигеҙлеген һәм тотороҡлолоғон һаҡлай

- Уҙған йылда һалым сәйәсәте өлкәһендәге ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙар һәм өҫтәмә табыш сығанаҡтарын эҙләү бизнестың эшлекле әүҙемлеген һаҡлап ҡалырға, социаль өлкәләге кире тенденцияларҙы тотҡарларға булышлыҡ итте. Республика территорияһынан Рәсәйҙең бюджет системаһына 586 миллиард һум килем күсерелгән, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Шуның 231 миллиард һумы - республиканың тупланма бюджетына, 181 миллиард һумы - республика ҡаҙнаһына, 50 миллиард һумы урындағы бюджеттарға ингән. Федераль үҙәктән керемдәр 98 миллиард һум тәшкил итте, шуның 25 миллиард һумы - маҡсатҡа ярашһыҙ ярҙам, 73 миллиард һумы - маҡсатлы керем. Бюджетты үтәү барышында, башланғыс план менән сағыштырғанда, федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 20 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

- Һөҙөмтәлә беҙҙең тупланма бюджетҡа 330 миллиард һумға яҡын аҡса инде. Үҙебеҙҙең килем базаһын үҫтереү, шулай уҡ үҫеш өсөн федераль ресурстар йәлеп итеү буйынса системалы эш алып барыу мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Бынан тыш, 2022 йылда республика 7,4 миллиард һум федераль инфраструктура бюджет кредиты алған, уның аҡсаһы «Өфө ҡалаһының «Көньяҡ ҡапҡалар» комплекслы торлаҡ төҙөлөшө» һәм «Нефтекама ҡалаһы ҡала округы биләмәһен комплекслы үҫтереү» проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән.

- Республиканың 2022 йылға тупланма бюджеты сығымдары 343 миллиард һум тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта уларҙың структураһында, ғәҙәттәгесә, социаль өлкәнең 70 проценттан ашыуы юғары кимәлдә һаҡлана. Ошо маҡсатҡа 244 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Геосәйәси хәл һәм санкциялар ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе үтәүгә йоғонто яһаманы, 2022 йылда сығымдарҙың план күләме яҡынса 33 миллиард һумға арттырылды. Социаль сәйәсәтте, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте, физкультураны һәм башҡа социаль өлкәне финанс яҡтан тәьмин итеүгә 244 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәшғүллеккә булышлыҡ итеү, социаль хеҙмәтләндереү, балалар баҡсаларында ҡарау һәм тәрбиәләү, мәктәптәрҙә туҡланыу, урта махсус уҡыу йорттарында белем алыу, уҡыусыларҙы йәмәғәт транспортында йөрөтөү, шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү, сүп-сар сығарған өсөн түләүҙән азат итеү, утын менән тәьмин итеү, транспорт һалымынан азат итеү һәм «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһы шарттарын йомшартыу өлкәһендә 33 ярҙам сараһы билдәләнгән.

- Башҡортостан Башлығының Яңы йыл алдынан ҡабул ителгән мобилизацияланған граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына (ирҙәренә һәм бәлиғ булмаған балаларына) бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һумлыҡ түләү тураһындағы бик мөһим ҡарары. Түләүҙәрҙе иҫәпләүҙе һәм таратыуҙы ойоштороу мәсьәләләрен Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләне. Беҙ был маҡсаттарға тиҙ арала өҫтәмә ассигнованиелар эҙләп таптыҡ, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова. - 2022 йылда һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур иғтибар бүленде: 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды, 3143 берәмек медицина ҡорамалы ҡуйылды, 15 медицина учреждениеһында 28 объектҡа капиталь ремонт тамамланды, пациенттарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен йөрөтөү өсөн 90 берәмек еңел автотранспорт бирелде.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса, коронавирус пандемияһы эҙемтәләренә, шулай уҡ индерелгән санкцияларға бәйле бөтә һынауҙарға һәм хәүефтәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаһы бюджеттың тигеҙлеген һәм бөтә тәү сираттағы йөкләмәләрҙе үтәүҙең тотороҡлоғон тәьмин итә алды.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәте

Автор:
Читайте нас