Общие статьи
7 Апрель 2023, 17:34

Андрей Назаров: «Республикаға йыл һайын инвестиция һалыу күләмен 650 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла»

29 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың илле икенсе ултырышында республика Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса доклад менән сығыш яһаны.

Андрей Назаров: «Республикаға йыл һайын инвестиция һалыу күләмен 650 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла»Андрей Назаров: «Республикаға йыл һайын инвестиция һалыу күләмен 650 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла»
Андрей Назаров: «Республикаға йыл һайын инвестиция һалыу күләмен 650 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла»

Улар 2 меңдән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостанда, шул иҫәптән, махсус иҡтисади зона биләмәһен киңәйтеүҙе үҙләштерә башланылар. Уҙған йылда шулай уҡ игенде урып йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. Был эш Өфө индустриаль паркы майҙансығында Белоруссияның «Амкодор» компанияһы менән берлектә алып барыла. Сафҡа индереү июндә планлаштырылған. Ул Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең юбилей форумына ҡарата ойошторола. Андрей Назаров офсет килешеүе шарттарында коммуналь техника етештереү буйынса «Амкодор» компанияһының 2-се заводы төҙөләсәген хәбәр итте.

Республика парламенты ултырышында Премьер-министр хәбәр итеүенсә, төбәк алдында Башҡортостандың Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге өс төбәк иҫәбенә инеү бурысы тора. Йыл һайын республикаға инвестиция һалыу күләмен 650 миллиард һумға тиклем еткереү күҙаллана.

Республиканың өҫтөнлөклө зоналарына ихтыяждың ҙур булыуы тураһында ентекләберәк Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Инвесторҙарҙың был ҡорал менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур булыуын билдәләне ул. Әйтәйек, 2022 йылда республиканың йылдам үҫеш биләмәһендә 14,5 миллиард һумлыҡ проекттар һәм 2,8 мең самаһы яңы эш урыны булдырыу менән 29 резидент теркәлгән.

– Резиденттарыбыҙ республика иҡтисадына 7,6 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған һәм 5 меңдән ашыу эш урыны булдырған. Быйыл төбәктең йылдам үҫеш биләмәһенә тағы 17 яңы инвестор йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Йыл башынан Башҡортостандан 5 компания йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына индерелгән, – тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20602/ 

Автор:Правительство Республики Башкортостан
Читайте нас