Общие статьи
4 Апреля 2023, 10:35

Өфө Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаларының береһе тип танылды

Өфө 2022 йылда Рәсәйҙә ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса тәүге унау иҫәбенә инде. Был хаҡта, илдең Төҙөлөш министрлығы тикшеренеүҙәренә һылтанма менән баш ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр.

Өфө Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаларының береһе тип танылдыӨфө Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаларының береһе тип танылды
Өфө Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаларының береһе тип танылды
Фото:Станислав Шахов

Ҡала иң юғары 360 балдан 208 балл йыйып, 7-се урынға сыҡты. Эксперттар ҡаланың төҙөклөгө кимәлен хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ, экология, оҡшашлыҡ, төрлөлөк һәм башҡа критерийҙар буйынса баһаланы, властарҙың яңы парктар һәм скверҙар булдырыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, яр буйҙарын реконструкциялау буйынса эшен билдәләне.

Рейтингта Рәсәйҙең 1117 ҡалаһы ҡатнашты. Беренсе урында – 299 балл менән Мәскәү. Бынан алда «Башинформ» һуңғы 4 йылда Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшыһы булыуы, ғилми-технологик үҫеш рейтингында 4-се урын алыуы, милли инвестиция рейтингында иң яҡшы бишәү иҫәбенә инеүе хаҡында яҙғайны.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас