Общие статьи
24 Март 2023, 09:25

Салауат районы - талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлегендә

Роспотребнадзор Башҡортостандың талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлеген баҫтырып сығарҙы

Салауат районы - талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлегендәСалауат районы - талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлегендә
Салауат районы - талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлегендә
Фото:олег

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, 68 административ биләмәнең 42-һе ошо исемлектә бар: Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәүефле сирҙән төп һаҡланыу сараһы — прививка. Уны йыл дауамында, шул иҫәптән эпидемия миҙгелендә, инфекция сығанағына барырҙан 2 аҙна алда яһатырға мөмкин.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас