Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 15:25

Декларация кампанияһы дауам итә

2023 йылдың 1 ғинуарында Рәсәйҙә Декларация кампанияһы башланды. 2022 йылға алынған килем өсөн отчет бирер кәрәк, әгәр, мәҫәлән, һалым түләүсе:

Декларация кампанияһы дауам итә
Декларация кампанияһы дауам итә

- милектең сикке ваҡытынан аҙыраҡ тотонолған күсемһеҙ милекте йәки автомобилде һатҡан;
- фатирҙы йәки бинаны ҡуртымға биргән;
- ҡиммәтле ҡағыҙҙар, устав капиталындағы өлөштәр һатҡан;
- сит ил сығанаҡтарынан килем алған;
- яҡын туғандарҙан булмаған ҡиммәтле бүләктәр алған;
- һалым түләнмәгән башҡа килем алған. Мәҫәлән, лотереяла ҙур булмаған сумма отҡан.
Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шөғөлләнгән нотариустар, адвокат кабинеттарын асҡан адвокаттар һәм башҡа физик берәмектәрҙең килеменә 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын тапшырырға бурыслы. Декларацияны Башҡортостан халҡы Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының «Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервисы һәм «Физик берәмектәр һалымы» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында онлайн режимында тапшыра ала. Шулай уҡ декларацияны рәсми рәүештә тултырырға Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында «Декларация» программаһы мөмкинлек бирә, ул тултырыу өсөн кәрәкле биттәрҙе автоматик рәүештә тултыра.
Килем тураһында отчетты Һалым инспекцияһында, Күп функциялы үҙәктә һәм «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә бирергә мөмкин.
2022 йылда алынған килем тураһында декларацияны 2023 йылдың 2 майынан да һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк. Был ваҡыт һалымдан тотоп ҡалынған аҡсаны алыуға ҡағылмай – был осраҡта декларацияны йыл дауамында теләгән ваҡытта ебәрергә мөмкин. Декларацияла иҫәпләнгән НДФЛ түләүҙең сикке срогы – 2023 йылдың 17 июле.

Рәсәй Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы.

Декларация кампанияһы дауам итә
Декларация кампанияһы дауам итә
Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас в