Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2023, 18:00

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка әҙерләйбеҙ: нимә рөхсәт ителә?

Башҡортостанда йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка ебәрә ала. Республикабыҙҙан сираттағы гуманитар ылау февраль башында юлға сыға.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка әҙерләйбеҙ: нимә рөхсәт ителә?
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка әҙерләйбеҙ: нимә рөхсәт ителә?

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында белдереүҙәренсә, хәрбиҙәрҙең яҡындары посылканы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләренә килтерергә мөмкин. Бындай бүлексәләр республиканың һәр ҡалаһында һәм районында эшләй.

Посылка әҙерләгәндә тәҡдим ителгән әйберҙәр исемлегенә иғтибар итергә кәрәк. Иң тәүҙә эске кейем, термокейем, шәхси гигиена әйберҙәре, олтораҡтар, батарейкалар, быҡтырылған ит, балыҡ консервалары, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, тәмәке, шәкәр, шоколад, сәй, кофе.

Посылкаға шулай уҡ оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, хаттар, өҫ һәм аяҡ кейеме һалырға мөмкин. Алкоголь, наркотик, аҡса, осло предметтар, ҡорал ҡәтғи тыйыла.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов һүҙҙәренсә, 2 февралгә тиклем Шайморатов һәм Доставалов исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәре өсөн посылкалар әҙерләп ебәрергә мөмкин.

«Был Шайморатов һәм Доставалов исемендәге башҡорт батальондары яугирҙәренә беренсе гуманитар ылау түгел. Егеттәр өсөн иң ҡәҙерлеһе – исемле посылкалар. Уларҙа хаттар, фотоһүрәттәр, балаларҙың рәсемдәре һәм өйҙө хәтерләткән әйберҙәр бар. Былар барыһы ла хәрбиҙәрҙең рухын күтәрә.

 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: