Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан ирекмән йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта.
5 сентябрҙә Американың “Хаймарс” системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Ирекмән уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә.
Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә.
Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов “Сая Фәнис” ҡушаматын ала. Ул ысын халыҡ батырына әүерелә.
Бөгөнгө матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙың туғандары, яҡындары, дуҫтары ҡатнашты.
“Хөрмәтле Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, Фәнистең туғандары һәм яҡындары, Тәтешле районы халҡы. Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдәрсә ир-егетебеҙ илебеҙҙе ҡаһармандарса һаҡлай. Фәнис Хөсәйенов ирекмәндәр сафына тәүгеләрҙән булып яҙыла, ҡыйыу һуғыша, яралана. Беҙ уның батырлыҡтарын беләбеҙ һәм һис ҡасан да онотмаҫбыҙ.
Хөрмәтле Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, һеҙ бик яҡшы ул, ысын илһөйәр һәм яугир тәрбиәләгәнһегеҙ. Ныҡлы вәғәҙә бирәм: беҙ уны онотмаҫбыҙ. Ул - ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү сараһын күреүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, батыр, мәңгелек дан һиңә”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы ҡаһармандың әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Уны менән Фәнис үлгәндән һуң бүләкләнде.
Фото: bashinform.ru/news