Общие статьи
13 Января 2023, 08:08

«Башҡортостан» дәүләт концерт залына Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә теләүселәр ағымы туҡтамай

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәхилләшергә халыҡ күпләп йыйылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡортостан» дәүләт концерт залына Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә теләүселәр ағымы туҡтамай«Башҡортостан» дәүләт концерт залына Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә теләүселәр ағымы туҡтамай
«Башҡортостан» дәүләт концерт залына Мортаза Рәхимов менән бәхилләшергә теләүселәр ағымы туҡтамай

 Көн һалҡын булһа ла, республикала йәшәүселәр сәскәләр, гөлләмәләр менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залына килеүен дауам итә. Тәүге президенттың табуты янында почетлы ҡарауыл тора.

«Башинформ» Мортаза Рәхимовтың 89-сы йәшендә арабыҙҙан китеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Уны бөгөн, 13 ғинуарҙа, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләйҙәр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Өфө һәм Күгәрсен районы хакимиәттәренә Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Бынан алда «Башинформ» республиканың беренсе президенты тормошоноң сағыу мәлдәре күрһәтелгән фоторепортаж әҙерләгәйне.

Автор:"Башинформ"