+12 °С
Облачно


2023 йылдың 30 мартына тиклем хөкүмәткә федераль дәүләт бюджет учреждениеларының эшмәкәрлеген, шул иҫәптән уларҙың хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен, эш сифатын анализларға һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытҡа ил хөкүмәтенә һәм субъекттарҙың башҡарма власть органдарына 2023 йылдың башында бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын арттырыуҙы тәьмин итергә ҡушылған.
Бынан алда «Башинформ» 2023 йылда Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8 процентҡа артасағын хәбәр иткәйне.