Общие статьи
9 Декабря 2022, 04:54

Хөкүмәт 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен раҫланы

Рәсәй Хөкүмәте 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен билдәләне.

Хөкүмәт 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен раҫланыХөкүмәт 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен раҫланы
Хөкүмәт 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен раҫланы

Уның максималь күләме элекке кимәлдә ҡала — 12 792 һум. Пособиеның минималь күләме 1,5 мең һум кимәлендә һаҡлана.

«2023 йылға: билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип танылған граждандар өсөн («Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында» статьяла күрһәтелгәнпенсия алды йәшендәге граждандарҙан тыш) эшһеҙлек пособиеһын кәмендә — 1500 һум, иң күбендә 12 792 һум күләмендә билдәләргә», — тиелә документта.

Башҡортостанда 2022 йылда эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме (төбәк компонентын иҫәпкә алып) 1 725 һум тәшкил итә. Максималь лимит — 14 710 һум.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-07/pravitelstvo-utverdilo-razmer-posobiya-po-bezrabotitse-na-2023-god-3061506

Автор:"Башинформ"
Читайте нас