Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь , 16:50

Шәкәр диабетын дауалау алымдары даими камиллаштырыла

Йыл һайын 14 ноябрҙә Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ул 1921 йылда Чарльз Бест менән бергә инсулинды асҡан Фредерик Бантингтың тыуған көнө менән бәйле.

Шәкәр диабетын дауалау алымдары  даими камиллаштырыла
Шәкәр диабетын дауалау алымдары даими камиллаштырыла

Шәкәр диабеты – ул боронғо заманда уҡ билдәле бул­ған ауырыу. “Диабет” термины грекса – “diabaino”, “сифон” һүҙенән килеп сыға, тимәк, ул “аша үтә” тигәнде аңлата. Уның тәүге тасуирламаһы беҙҙең эраға тиклем 100 йылда табыла, әммә ул ваҡытта был ауырыуҙың үҫеш сәбәптәре һәм дауалау саралары тураһында мәғлүмәт булмай. Күп быуаттар дауамында табиптар һәм ғалимдар дауалау сараһын табыу өсөн шәкәр диабетының сәбәбен асыҡларға тырышҡан.
Шәкәр диабеты сәбәптәрен эҙләү буйынса тикшеренеүҙәр өлкәһендәге асыш 1889 йылда Германияла барлыҡҡа килә. Ул саҡта физиолог Оскар Минковский һәм табип Джозеф фон Меринг эттәрҙең ашҡаҙан аҫты биҙен алыу хайуанда ауыр шәкәр диабеты сире барлыҡҡа килтереүен тәжрибә ярҙамында дәлилләй. Был уларға ашҡаҙан аҫты биҙенең метаболик контроль өсөн яуаплы матдә бүлеп сығарыуын фараз итергә мөмкинлек бирә. 1900 йылда Петербург Хәрби-медицина академияһының патологик анатомия кафедраһы доценты Леонид Соболев үҙенең фәнни диссертацияһында ашҡаҙан аҫты биҙендә урынлашҡан Лангерганс утрауҙарының ҡанда глюкоза кимәлен көйләүсе “фактор Х” гормонын бүлеп сығарыуын иҫбатлай.
Ентекле тикшеренеүҙәр 1921 йылдың 17 майында башлана һәм шул уҡ йылдың 30 июлендә тәү тапҡыр эттең ашҡаҙан аҫты биҙе экстракты алына. Был экстрактты вена эсенә инъекция итеп ебәргәндә хайуандарҙа гипогликемия (ҡандағы глюкоза кимәле төшөүе) эффекты күҙәтелгән. 1921 йылдың декабрендә тикшеренеүселәр командаһына биохимик Джеймс Коллип ҡушыла. Уның ярҙамында, таҙартыуҙың төрлө алымдарын ҡулланып, кешегә хәүефһеҙ индерергә мөмкин булған ашҡаҙан аҫты биҙе утрауҙары экстракттары алына.
Кешегә беренсе инсулин инъекцияһы 1922 йылдың 11 ғинуарында яһала. Ул Торонто ҡалаһының дөйөм профилле дауаханаһында ауыр диабет менән сирләгән 14 йәшлек малай, Леонард Томпсон, була. Леонардҡа икенсе инъекцияны 1922 йылдың 23 ғинуарында яһайҙар. Уның ҡанында глюкоза кимәле 29 ммоль/л-ҙан 6,7 ммоль/л-ға тиклем төшкән. Леонардҡа 23 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем көн һайын инъекциялар яһауын дауам иткәндәр һәм, Бантинг яҙмаларына ярашлы, “бала сағыуыраҡ, әүҙемерәк күренә һәм үҙен яҡшыраҡ тойоуы тураһында әйткән”. Леонард Томпсон инсулин ярҙамында тағы ун өс йыл йәшәй. Шул ваҡыттан алып инсулин терапияһы дәүере башлана.
Әлеге ваҡытта шәкәр диабеты хроник сир булып һанала, уға ҡанда шәкәр кимәленең юғары булыуы хас. Ныҡ һыуһау, йыш һейҙереү, бигерәк тә төнгө ваҡытта; кәүҙә ауырлығының ҡапыл үҙгәреүе, тиренең һәм лайлалы тиресәнең ҡысытыуы, тиренең йыш ҡына эренле йәрәхәтләнеүе, тышҡы енси ағзаларҙың шешеү күренештәре күҙәтелә. Был үҙгәрештәр килеп сыҡҡанда мотлаҡ рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итеп, тикшеренеү үтеү мөһим. Шәкәр диабетының бер нисә төрө бар, уларҙы табип-эндокринолог ҡына асыҡлай ала.
Бөгөн шәкәр диабетын дауалау алымдары даими камиллаштырыла. ХХI быуатта шәкәр диабетын контролләүҙе еңеләйтеү өсөн яңы прибор­ҙар барлыҡҡа килә. Помпа инсулинотерапияһы – заманса дауалау алымы, ул йыл һайын инсулин индереү ҡорамалдарын камиллаштырыу иҫәбенә яңы мөмкинлектәргә эйә була. 1-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған балалар юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү сиктәрендә бушлай инсулин помпалары ала. Глюкоза кимәлен контролдә тотоу приборҙары ла даими яңыртыла, гликемияны өҙлөкһөҙ күҙәтеү системалары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда 1-се типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған балалар, БР Хөкүмәте ҡарары ярҙамында, үҙең контролдә тота торған был заманса алымдарҙы бушлай алыу һәм ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Диабетологияны үҫтереү бының менән генә туҡтап ҡалмай, киләсәккә был өлкәлә фәнни ҡаҙаныштар байтаҡ әле.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас в