Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь , 10:49

Республикала шәхси йортта сыҡҡан янғында ата-әсә һәм биш бала һәләк булған

18 ноябрҙә төндә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында ике фатирлы кирбес йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Республикала шәхси йортта сыҡҡан янғында ата-әсә һәм биш бала һәләк булған
Республикала шәхси йортта сыҡҡан янғында ата-әсә һәм биш бала һәләк булған
Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә йорттоң бер фатиры тулыһынса ут менән ялмап алынған булған. Янғынды һүндергән ваҡытта ете кешенең: ир менән ҡатындың, биш малайҙың мәйеттәре табылған. Табиптар уларҙың үлемен теркәгән.

«Янғындың сәбәбе асыҡлана, тәфтиш-оператив төркөм, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй. Утты һүндереүгә — 62 кеше һәм 25 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 24 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғаиләлә бөтәһе ете бала тәрбиәләнгән. Икәүһе иҫән ҡалған, уларҙы дауаханаға алып киткәндәр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-11-18/v-bashkirii-pri-pozhare-v-zhilom-dome-pogibli-roditeli-i-pyatero-detey-3035361

 
 
Автор:Дарья Субботина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас в