Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2022, 12:37

Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға УАЗ автомобилен илтеп тапшырған

Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы активистары үҙ аҡсаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн УАЗ автомобиле һатып алған. Транспортты легендар башҡорт комдивының исемен йөрөткән 1-се миномет батареяһы яугирҙәренә илтеп тапшырғандар.

Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға УАЗ автомобилен илтеп тапшырған
Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға УАЗ автомобилен илтеп тапшырған
Фото:Олимпиада Бөркөт, Вк

Сәфәрҙә афған һуғышы ветерандары Рөстәм Хөснуллин һәм Рәлиф Хөснөтдинов ҡатнашты, тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемселәр.

«Мин үҙем Салауат районынан, Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар йөк менән 8-се тапҡыр юлға сығам. Бынан алдағы сәфәребеҙҙә таможняны үтергә тура килмәне, шуға тиҙерәк барып етергә тейешбеҙ. Киләһе аҙнала кире ҡайтырға уйлайбыҙ», - тигән Рәлиф Хөснөтдинов юлға сығыр алдынан.

«Буханканан» тыш, яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына 1,5 тонна гуманитар йөк, госпиталдә ятҡан яралылар өсөн 14 тонна эсәр һыу, уҡыусыларҙың хаттарын, йөн ойоҡтар һәм бал алып барған, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Салауат районынан Олимпиада Бөркөт.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-14/veterany-boevyh-deystviy-iz-bashkirii-peredali-uchastnikam-svo-avtomobil-uaz-3028344

Автор:Ләйсән Закирова

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в