Общие статьи
9 Ноября 2022, 07:42

Үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә

Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа «Ветерандар тураһында» законға төҙәтмәләр ҡабул ителде. Проектта үҙ ирке менән махсус хәрби операция ҡатнашҡандарға хәрби хәрәкәт ветерандарына тиңләргә тәҡдим ителә.

Үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреләҮҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә
Үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә
Фото:Олег Яровиков

Башланғыс авторҙары —  Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, барлыҡ фракцияларҙан депутаттар һәм Федерация Советы етәксеһе Валентина Матвиенко.

«Был ғәҙел ҡарар. Ирекмәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, Рәсәй Федерацияһы хәрбиҙәре кеүек үк, законда билдәләнгән льготалар һәм социаль ярҙам саралары менән файҙаланырға мөмкин», — тип билдәләне Вячеслав Володин.

Закон баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә һәм 2022 йылдың 24 февраленән Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләрендә барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә тарала. Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә — 30 сентябрҙән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-09/status-veterana-boevyh-deystviy-rasprostranyat-na-dobrovolnyh-uchastnikov-svo-3021378

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас