

— Был һорауға яуап биргәйнем инде, шуға бер ниндәй ҙә яңылыҡ әйтә алмайым — мин үҙ эшемә хеҙмәткә ҡараған кеүек ҡарайым, ул «дәүләт хеҙмәте» тип атала. Дәүләт хеҙмәте сиктәрендә, әгәр икенсе эш менән шөғөлләнергә ҡушһалар, мин шуның менән шөғөлләнермен. Мин һайлап ҡуйылған етәксе, ҡайҙалыр китәм, тип ҡысҡырып йөрөү килешмәй. Сөнки халыҡтың күпмелер өлөшө миңә ышаныс белдерҙе, күпмелер өлөшө республиканың үҫешен минең менән бәйләй. Был минең өсөн бик мөһим. Бойороҡ булһа, шинель кейербеҙ, ҡайҙа ҡушһалар, шунда барырбыҙ. Әлегә республика башлығы булып эшләйем һәм бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым, — тине Радий Хәбиров.