Общие статьи
28 Октябрь 2022, 04:49

Башҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Тура бәйләнеш» барышында бирелгән тәүге һорауҙарҙың береһенә яуап биреп, үҙенең хәле тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр иттеБашҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр итте
Башҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр итте
Фото:Олег Яровиков

«Һаулығым һәйбәт. Тубығыма операция яһанылар. Хоккей уйнағанда йәрәхәтләнгәйнем», — тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, әле реабилитациялау осоро бара, артыҡ хәрәкәттәр яһарға кәңәш ителмәй.

«Ләкин кәйефем яҡшы. Был эшкә ҡамасауламай», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/direct_line/2022-10-27/habirov-3005952

Автор:"Башинформ"
Читайте нас