

Уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан командаһы икенсе дөйөм команда урынына лайыҡ булған. Беҙҙекеләр бынан тыш 2 алтын, 5 көмөш һәм 3 бронза миҙал алған,
«Был бик мөһим. Мин чемпионатты асыуҙа ҡатнаштым, беҙ ул егет-ҡыҙҙар, федерация вәкилдәре менән аралаштыҡ. Был бик позитив кешеләр, ишетмәһәләр ҙә, проблемалары булһа ла, уларға ҡарап энергия алырға була», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров республиканың мәғариф министрына колледждарҙа махсуслашҡан төркөмдәр булдырырға ҡушып, бындай балалар урта һөнәри белем алһын тине.
«Иң тәүҙә беҙгә сурдотәржемәселәр һәм ишетеү һәләттәре сикләнгәндәргә махсус программалы 3-5 колледж кәрәк. Беҙгә улар эшләйәсәк һөнәрҙәрҙе иғтибарлап ҡарарға һәм улар буйынса уҡыу йорттарында сурдобелгестәр эшләүен тәьмин итеү бурысы тора», — тине Радий Хәбиров.