Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1990 йылдың 11 октябрендә республиканың Юғары Советы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итте.
1992 йылдың 27 февралендәге «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы төбәк законына ярашлы, 11 октябрь – Республика көнө ял тип иҫәпләнә.
Быйыл 11 октябрь шишәмбегә тура килә. Тимәк, дүшәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 11 октябрҙәге байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.
2023 йылда рәсәйҙәрҙең нисек ял итәсәге тураһында бында белергә мөмкин.