Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Октябрь , 14:38

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 23 мең һумға тиклем арттырыла

2023 йылда ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек һәм әсәлек менән бәйле пособиеларҙың максималь суммаһы арта.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 23 мең һумға тиклем арттырыла
Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 23 мең һумға тиклем арттырыла

 Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие 23 011 һумға тиклем күтәрелә, 140 көнлөк декрет ялы ваҡытында йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 383 179 һум була, ә ауырығанлыҡ ҡағыҙҙары буйынса максималь түләү күләме – айына 83 204 һум. Тейешле мәғлүмәт Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы сайтында баҫылған.

«Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие фактик инфляция кимәле буйынса индексациялана. Ошондай индексация 2023 йылдың 1 февраленән башҡарыла. Бюджет проектында ҡаралған индексацияны иҫәпкә алғанда, бер тапҡыр бирелә торған түләү 23 011 һум була. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиелар күләме уҙған ике йылда страховкаланған эш хаҡы кимәленә бәйле. 2023 йылда ла түләүҙәрҙең максималь суммаһы арттырыла», – тиелә ведомство белдереүендә.

2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса максималь түләү түбәндәгесә булырға тейеш: 8 һәм унан күберәк страховка стажы – айына 83 204 һум, 5-8 йыл стаж – 66 564 һум, 5 йылға тиклем стаж – 49 923 һум.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-10-03/edinovremennaya-vyplata-pri-rozhdenii-rebenka-vyrastet-do-23-tysyach-rubley-2974452

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в