Общие статьи
23 Сентябрь 2022, 10:36

Республикала йәшәүселәр 1 декабргә тиклем мөлкәт һалымын түләргә тейеш — Финанс министрлығы

Башҡортостандың Финанс министрлығы республикала йәшәүселәргә күсемһеҙ милеккә, транспортҡа һәм ергә һалым түләү кәрәклеген иҫкә төшөрә. Сентябрҙә граждандар — хаттар, ә һалым түләүсенең «Шәхси кабинеты» булғандар электрон белдереү ҡағыҙҙары алырға тейеш.

Республикала йәшәүселәр 1 декабргә тиклем мөлкәт һалымын түләргә тейеш — Финанс министрлығыРеспубликала йәшәүселәр 1 декабргә тиклем мөлкәт һалымын түләргә тейеш — Финанс министрлығы
Республикала йәшәүселәр 1 декабргә тиклем мөлкәт һалымын түләргә тейеш — Финанс министрлығы
Фото:Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

«Һалым белдереүендә һалым түләнергә тейеш милек объекттары ғына күрһәтелә. Әгәр һалым түләүсегә һалым түләүҙән азат иткән льгота бирелһә, бындай объект һалым белдереүендә сағылыш тапмай. Шулай уҡ һалымдың суммаһы 100 һумдан кәмерәк булһа, белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй», — тип белдерҙеләр Финанс министрлығында.

Әгәр 1 ноябргә тиклем белдереү ҡағыҙы килмәһә, квитанцияны һалым инспекцияһында йәки күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл халыҡҡа 2 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән (1,5 миллионы — почта, 500 меңе — электрон), иҫәпләнгән милек һалымының суммаһы — 6,5 миллиард һум.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас