Общие статьи
8 Сентября 2022, 05:10

VIII Өфө халыҡ-ара марафонында балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн 852 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған

VIII Өфө халыҡ-ара марафонында «Өфө хосписы», «Мәрхәмәт», «Ҡаршылыҡтарҙы емереп», «Юғалтыуҙар.Юҡ» һәм «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фондтарына ярҙам өсөн 852 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған.

VIII Өфө халыҡ-ара марафонында балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн 852 мең һумдан ашыу аҡса йыйылғанVIII Өфө халыҡ-ара марафонында балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн 852 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған
VIII Өфө халыҡ-ара марафонында балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн 852 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған

Был хаҡта марафондың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә хәбәр иттеләр. Аҡса йыйыу «Йүгерәм ярҙам итәм» акцияһы барышында «Эшлә!» фандрайзинг платформаһында ойошторолған.

Бынан алда «Башинформ» 2022 йылда сараның бөтә рекордтарҙы уҙып китеп, 23 илдән, 35 төбәктән, 245 ҡаланан 5500 ҡатнашыусыны берләштереүе тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас