Общие статьи
7 Сентябрь 2022, 03:50

Иглин районында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бюст асылды

Уҙған шәмбелә Иглин районы Оло Тәләк ауылында Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовҡа бюст асылды.

Иглин районында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бюст асылдыИглин районында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бюст асылды
Иглин районында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бюст асылды

Таһир Күсимовтың бюсы Бөйөк Ватан һуғышының туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһының дауамы булды. Хәҙерге һәм киләсәк быуындарға иҫтәлек булһын өсөн төрлө милләт геройҙарына 21 һәйкәл ҡуйылған.

Сарала Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Хәсән Иҙиәтуллин, Геройҙың туғаны Айһылыу Ғүмәр ҡыҙы Усманова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Таһир Күсимов музейы мөдире Фәнилә Билалова ҡатнашты. Бюст асыу тантанаһына Ҡырмыҫҡалы һәм Әбйәлил райондарынан эҙәрмән отрядтары ла килгәйне.

«Бөйөк Ватан һуғышының туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһы — беҙҙең хәтер, бөйөк батырлыҡ алдында баш эйеү билдәһе ул. Беҙ ошо хәтерҙе балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә тапшырырбыҙ. Бер кем дә тарихты һәм донъяны фашизмдан ҡотҡарған ысын геройҙарҙың исемдәрен үҙгәртергә ҡыймаһын өсөн», — тип яҙҙы хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  Бөйөк Ватан һуғышының туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһы быйыл июль айында асылғайны. Донъя тарихында был — ошондай беренсе объект. 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас