Общие статьи
26 Август 2022, 07:00

Рәсәй буйлап турҙар өсөн кэшбек программаһының яңы этабы башланды

Рәсәй буйлап сәйәхәт өсөн туристик кэшбэк программаһының яңы этабы старт алды. Һатыу 25 августа төндә башланды, 10 сентябргә тиклем дауам итә.

Рәсәй буйлап турҙар өсөн кэшбек программаһының яңы этабы башландыРәсәй буйлап турҙар өсөн кэшбек программаһының яңы этабы башланды
Рәсәй буйлап турҙар өсөн кэшбек программаһының яңы этабы башланды

Ил биләмәһендә тур, круиз йәки отелдә йәшәү хаҡынан 20% кире ҡайтарыу өсөн хеҙмәттәргә «Мир» картаһы менән түләргә кәрәк. Кэшбектең максималь суммаһы – бер сәйәхәт өсөн 20 мең. Алыҫ Көнсығышта отелдә йәшәгән өсөн 40 мең һумға тиклем ҡайтарыла.

Сәйәхәткә — 1 октябрҙән 25 декабргәсә, ә круизға 1 сентябрҙән навигация тамамланғанға тиклем сығырға мөмкин.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас