Общие статьи
18 Августа 2022, 09:51

Ярар мин тере ҡалдым да...

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиевте күптәр армияға хеҙмәт итергә китеп, Омск ҡалаһында казарма емерелгәндән һуң иҫән ҡалған егет тип белә.

Ярар мин тере ҡалдым да...Ярар мин тере ҡалдым да...
Ярар мин тере ҡалдым да...

 2015 йылда булғайны ул фажиғә. Йоҡларға ятырға йөрөгән һалдаттар өҫтөнә казарманың ҡыйығы һәм стенаһы ишелеп төшә. 42 егет емереклек аҫтында ҡала. Һөҙөмтәлә, уларҙың 24-е һәләк була, 18 кеше ауыр йәрәхәттәр ала. Һәләк булғандар араһында биш Башҡортостан егете лә бар.

Ошо көндәрҙә был эш буйынса тикшереү тамамланып, ниһайәт яуаплылар өсөн суд ҡарары сығарылды. Бөтәһе 11 кешене хөкөм иттеләр. Улар төрлө сроктар алды: кемдер шартлы биш йыл, кемделер биштән ун йылға тиклем ҡаты тәртипле колония.

Әле “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Рөстәмдән был ҡарар тураһында фекерен һорашҡан.

Рөстәм белдереүенсә, суд ҡарары бик йомшаҡ. Унда бит 24 йәш кеше һәләк булғайны. Рөстәм Нәбиев әйтеүенсә, ғәйеплеләр исемлеге лә тулы түгел. Уныңса казарманы төҙөүгә иғтибарһыҙ ҡараш булдырған тағы ла күберәк кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға тейештәр ине. Һәм һүҙ бөтөнләй икенсе сроктар тураһында барырға тейеш.

“Минән инвалид яһаһалар ҙа, үҙем өсөн дә шул тиклем үкенесле түгел. Мин кәмендә иҫән, ғаиләм бар, мин бәхетле. Ә берҙән-бер улдарын юғалтҡан әсәләргә нимә әйтергә?” – тип ризаһыҙлыҡ белдерә Рөстәм.

Фото: today.29ru.net

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас