Общие статьи
6 Июля 2022, 10:40

Йөрәктәргә изгелек нуры һибеүсе мөғәллимә

Уҡытыусы һөнәре – электән абруйлы һөнәр. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы – белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе лә. Шундай уҡытыусыларҙың береһе Тайфә Ғатаулла ҡыҙы Абдуллина – Хәсәнова үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 80 йәшен билдәләй.

Йөрәктәргә изгелек нуры  һибеүсе мөғәллимәЙөрәктәргә изгелек нуры  һибеүсе мөғәллимә
Йөрәктәргә изгелек нуры һибеүсе мөғәллимә

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, рус әҙәбиәтенә һәм теленә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тайфә Ғатаулла ҡыҙы Абдуллинаға хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың, кешеләрҙең дә күңелен иретер көскә эйә ул.
Тайфә Ғатаулла ҡыҙы Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Янғантау урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Йәш ҡыҙ үҙен был коллективта оҫта ойоштороусы итеп таныта. Шуға ла уны 1961 йылдың ноябрендә – ВЛКСМ район комитетының икенсе секретары, ә 1964 йылдың декабренән төньяҡ-көнсығыш райондарҙы берләштергән Салауат район производство идаралығы комсомол комитеты секретары итеп һайлайҙар.
Бөрө дәүләт педагогия институтының рус филологияһы факультетын тамамлағас, Арҡауыл мәктәбенә эшкә ҡайта. Бында ла һынатмай ул, район мәғариф бүлегенә саҡыралар.
1969 йылда Тайфә Ғатаулла ҡыҙы һөйгән йәре Рафаэль Хәйрулла улы Хәсәновҡа тормошҡа сыға һәм улар Стәрлетамаҡҡа күсенеп китә. Йәш ғаилә Малаяҙға 1973 йылда кире әйләнеп ҡайта. Тайфә Ғатаулла ҡыҙы тәүҙә Пионерҙар йортонда, унан Малаяҙ урта мәктәбендә эшләй. Малаяҙ башҡорт гимназияһы асылғас, унда күсә. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстар­ҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай, район һәм республика олимпиадаларында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Ысынлап та, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн Тайфә Хәсәнова ваҡытын йәлләмәй. Тырыш, эҙләнеүсән педагог районда киң танылыу ала. Күп йылдар ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмәһе етәксеһе лә була. Бынан тыш, райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша – район мәҙәниәт йортоноң “Илһам” халыҡ вокаль ансамбленең ағзаһы ла.
Тайфә Хәсәнованың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Уға “Уҡытыусы-методист”, “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы” һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы” исемдәре бирелгән. Ә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тәжрибәле мөғәллимәнең һанап бөткөһөҙ. Былар күп нәмә тураһында һөйләй.
Тайфә Ғатаулла ҡыҙы үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙанған. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, гел генә яҡшы ниәттә булған юбилярҙы бар коллектив исеменән ихлас ҡотлап, артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйбеҙ.
Ирина Бычкова,
Малаяҙ башҡорт гимназияһының
профсоюз комитеты рәйесе.

Автор:
Читайте нас