Общие статьи
29 Июня 2022, 03:05

Башҡортостан Ҡоролтайы санкциялар шарттарында иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өсөн закондар ҡабул итергә йыйына

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе. Яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышы 30 июндә була, көн тәртибендә 50-нән ашыу мәсьәлә ҡарала. Шул иҫәптән санкциялар баҫымы шарттарында республика иҡтисадына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән мөһим закондар пакетын ҡабул итергә кәрәк.

Башҡортостан Ҡоролтайы санкциялар шарттарында иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өсөн закондар ҡабул итергә йыйынаБашҡортостан Ҡоролтайы санкциялар шарттарында иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өсөн закондар ҡабул итергә йыйына
Башҡортостан Ҡоролтайы санкциялар шарттарында иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өсөн закондар ҡабул итергә йыйына

«Бизнесҡа йөкләмәне комплекслы кәметеү ҡарала. Ярҙам саралары йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә, ҡулланыусылар кооперацияһы системаһына, сауҙа комплекстарына, IT-компанияларға һәм башҡа өлкәләргә ҡағыла, – тип һөйләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе. – Хөкүмәткә ошо башланғыстарҙы тиҙ арала әҙерләгән өсөн рәхмәт әйткем килә. Был эште мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Донъялағы хәл үҙгәреп тора. Уға тиҙ генә яраҡлашырға тура килә».

Барлыҡ депутаттар ҙа парламент каникулдары осоронда бөтә ҡарарҙарҙы әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашырға әҙер буласаҡ, шулай уҡ «Реаль эштәр» проектын һәм башҡа программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса һайлау округтарында әүҙем эшләүен дауам итәсәк, тип билдәләне Константин Толкачев.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас