Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2022, 16:00

Тормошон хеҙмәт йәме менән күмгән

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, ирекле википедиясы Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы Абдуллина ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Тормошон хеҙмәт йәме менән күмгән
Тормошон хеҙмәт йәме менән күмгән

Миңһылыу Абдуллина 1952 йылдың 26 июнендә Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйзрахман менән Сафия Фәссәхетдиновтарҙың ғаиләһендә тыуған. Миңһылыу – күп балалы ғаиләлә иң өлкәне. Унан һуң энеһе Әғзәм, һеңлеләре Флорида, Әлфридә һәм Гүзәл тыуған. Илсекәй башланғыс, Ҡалмаҡол урта мәктәбенең 8 класын тамамлағас, Мәсәғүт педучилищеһына уҡыр­ға инә, изге уҡытыусы һөнәрен һайлай. Һәм бөгөн дә ошо яратҡан эшенә тоғро ҡала.
Педучилищела уҡығанда уҡ, уҡытыусылар етмәү сәбәпле, Дыуан районының Ҡәҙер ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус филологияһы факультетын тамамлай. Урмансы, Лаҡлы мәктәптәрендә ең һыҙғанып эшләй. Бигерәк тә Лаҡлыла эшләгән йылдары иң емешле һәм һөҙөмтәле хеҙмәт йылдары була. Был мәктәптә филологтар күп булһа ла, тарих белгестәре етмәй. Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы тарихтан уҡыта һәм тарих кабинетын йыһазландыра. Тыуған яҡты өйрәнеүгә башкөлләй сума. Ошо мөһим эшкә уҡыусыларҙы ғына түгел, ауыл халҡын, ата-әсәләрҙе лә йәлеп итә. Ул йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандар байтаҡ була. “Ҡыҙыл ҡәнәфер” клубы эҙәрмәндәре Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы етәкселегендә өлкән йәштәгеләр менән осрашып, уларҙың өйҙәренә барып, иҫтәлектәр яҙып алалар. Яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған, иҫән ҡайтҡан яугирҙәрҙең фотоларын, фронт хаттарын йыялар. Уларҙың күсермәһен эшләтәләр. Мәктәп музейы, Еңеүҙең 40 йыллығына тура килтерелеп, 1985 йылдың 9 майында асыла. Артабан уға Шәрифулла Хамматов исеме бирелә һәм Лаҡлы тарих, тыуған яҡты өйрәнеү мәктәп музейы республика музейҙары каталогына индерелә.
Ғаилә сәбәптәре арҡаһында Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙына күсенеп йөрөргә тура килә: Урмансы, Башҡорт Илсекәйе, Ҡарағол, Мөрсәлим мәктәптәрендә белем бирә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул һәр саҡ хөрмәт һәм абруй яулай, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Мәҫәлән, тыуған ауылында киң күләмле итеп Ҡарғатуй, Шәжәрә байрамдарын ойоштора. Шәжәрә байрамдарына материалды халыҡтан ғына яҙып алмай, ә БР Үҙәк дәүләт тарих архивында йәниҫәп материалдарын өйрәнеп туплай.
Шулай уҡ 10 йыл дауамында ул Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары һайлау округтарынан ике тапҡыр район Советы депутаты булып һайлана.
2006 йылда Миңһылыу Абдуллина Өфөгә күсенә. Баш ҡаланың Дим районындағы 123-сө лицейында эшләй, башҡорт дәүләт телен уҡытты. Хеҙмәт дәүерендә төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. 2009 йылда үткән “Баш­ҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һөнәри конкурсында 2-се урынды яуланы. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы П. Р. Качкаев грантына, БР Хөкүмәтенең “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2010” премияһына ла лайыҡ булды. Шулай уҡ “Эҙләнеүсе-педагог” конкурсы еңеүсеһе лә булып танылды. Бынан тыш, 2019 йылда уға Башҡорт телен яҡлау фонды премияһы бирелде, Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторған конкурста ҡатнашып, Дипломға лайыҡ булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән дә бүләкләнде. Апайыбыҙ һәр яҡлап өлгөр ул. Башҡорт Википедияһының ирекмәне лә булып тора. 2 меңгә яҡын мәҡәлә яҙып, төрлө кимәлдә төҙәтеүҙәр индерҙе һәм мөхәррирләне. Бөтә тырышлыҡтары, хеҙмәттәре баһаланмай ҡалманы: ул "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы" билдәһе, Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, "Социалистик ярыштар еңеүсеһе" билдәһе менән бүләкләнгән.
Миңһылыу апайыбыҙ яҙмышын Фәрғәт Әсхәт улы Абдуллин менән бәйләй. Дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк итә ул. Ҡыҙҙары барыһы ла юғары белем алып, үҙаллы тормош көтәләр, ғаиләлеләр. Айгөл БДУ-ның – тарих, Айһылыуы – ошо уҡ университеттың журналистика факультетын, Зифаһы – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һәм БДАУ-ҙы, Нәркәсе М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның худграфын һәм Германияла Оснабрюк университетының медиа-информатика факультетын тамамланы.
Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы яратҡан эшен ташламай, балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ейәндәре Илнур, Айнур, Заһит, Илдар, Әмир һәм ейәнсәре Ләйсәнгә һөйөклө өләсәй булып, был тормошҡа кинәнеп йәшәүен дауам итә.
Әғзәм Фәссәхов.
Башҡорт Илсекәйе ауылы.

Автор:
Читайте нас: