Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2022, 13:00

Өфөлә һәм республикала халыҡ һаны артҡан — Башстат етәксеһе

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, халыҡ иҫәбен алыу көнөнә — 2021 йылдың 1 октябренә Рәсәйҙә даими йәшәгән 147,2 миллион кеше иҫәпкә алынған. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Рәсәй халҡы 2,05 миллион кешегә, йәғни 1,4 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте Башстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә. Рәсәйҙең 28 төбәгендә халыҡ һаны артҡан.

Өфөлә һәм республикала халыҡ һаны артҡан — Башстат етәксеһе
Өфөлә һәм республикала халыҡ һаны артҡан — Башстат етәксеһе

«Илдең халыҡ тығыҙ йәшәгән төбәктәре — Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Ростов өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан. Уларҙа илебеҙ халҡының өстән бер өлөшө йәшәй. Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында халыҡ иҫәбе буйынса етенсе, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй», — тине Әкрәм Ғәниев.

2021 йылдың 1 октябренә ҡарата яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда даими йәшәгән 4,091 миллион кеше иҫәпкә алынған.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары менән сағыштырғанда, республика халҡы 0,5 процент пунктына артҡан. 2010 йыл менән сағыштырғанда, баш ҡалала халыҡ туғыҙ процентҡа артҡан. 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: