Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2022, 15:00

Ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе

Бик бәхетле ул – беҙҙең Әлкә ауылында йәшәүсе Мөхтәримә апай Ғәлиуллина. Уйлап ҡарағыҙ әле, уға 90 йәш тула. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аяғында, үҙ аҡылында, зиһене лә яҡшы. Күҙ генә теймәһен үҙенә. Бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә уға: аслығын да, һуғыш михнәттәрен дә, ҡәҙерле кешеләренең вафатын да. Яҙмыштың әсе һынауҙарына һынмаған, һығылмаған, бирешмәгән, тик сыныҡҡан ғына.

Ауылыбыҙҙың  ихтирамлы ағинәйе
Ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе

1932 йылдың йәмле мәлендә, бар тәбиғәт уянған, ағастар япраҡ ярған, сәскәгә төймәләнгән сағында, 24 майҙа донъяға килә ул. Яҡшыһы ла, яманы ла ҡушарлап төшә шул кеше яҙмышына. Яҡшы ғына уҡып йөрөгәндә сәсрәп ауырып китә. Бик оҙаҡ дауаханаларҙа ятырға тура килә уға. Уҡыуын дауам итә алмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул күп төрлө эштәрҙә эшләй.
– 1942 йылдың көҙө. Көн һайын эшселәргә бер стакан он тараталар. Беҙгә һәм күршелә йәшәгән Миңдинурҙарға юҡ. Беҙҙе йәлләп, бригадир апай эшкә саҡырҙы, – ти Мөхтәримә апай, эш башлаған мәлен иҫкә төшөрөп.
Шулай итеп, 10 йәшенән утауға төшә. Һарыҡ көтөүен дә көтә, аҙаҡ быҙауҙар ҡарай. Почтальон булып эшләгәндә, бер нисә ауылға йөрөп почта ла тарата. Һауынсы ла була. 1962 йылдан мәктәптә – техничка, 1974 йылдан ашнаҡсы булып эшләй. Һаулығы ҡаҡшағас, мәктәп яны интернатына төнгө ҡарауылсы итеп күсерәләр – хаҡлы ялға шунан сыға.
Йор һүҙле, йыр-моңға маһир Мөхтәримә Ғәлиуллина ул саҡтағы клуб мөдире Тәскирә Шөғәйепова менән төрлө урындарҙа концерт менән сығыш яһап йөрөйҙәр: Өфөгә, күрше өлкәләргә лә барып етәләр. Төрлө музыка ҡоралдарында ла оҫта уйнай: ҡумыҙ сиртә, мандолина һәм балалайкала уйнай, йырлай. Үҙенең шиғри һәләте лә бар, илһам килгәндә шиғыр­ҙар һәм мөнәжәттәр ижад итә.
Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Улы, ауыр ҡайғыларға һалып, вафат булды. Ҡыҙы әсәһен үҙ ярҙамынан ташламай. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре килеп торалар. Күрше-тирә лә ярҙамға килә, утынын, һыуын ташып бирәләр.
Барлыҡ ауылдаштарым һәм туғандары исеменән уны, ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйен, ошо күркәм юбилейы менән ҡотлап, уға һаулыҡ, балаларының хөрмәтен татып, бик күп йылдар уларҙы ҡыуандырып иҫән-имен генә йәшәүен теләп ҡалам.
Ильвира Заһиҙуллина,
Әлкә урта мәктәбенең педагог-
китапханасыһы.

Автор:
Читайте нас: