

Йыш ҡына әсәләрҙең машинала балаһын алдына ултыртып йөрөтөүен күҙәтергә мөмкин. Авария осрағында был сабый өсөн бик хәүефле. Статистика күрһәтеүенсә, сәғәтенә 40 километр тиҙлектә барған автомобиль бәрелгәндә лә, әсә кеше балаһын ҡулында тотоп алып ҡала алмаясаҡ, кире осраҡта кәүҙәһе менән сабыйын ҡыҫыуы ғына ихтимал.
Автомобиль эсендәге бала иң хәүеф янаған пассажирҙар категорияһына ҡарай. Шуға күрә сабыйҙы махсус тотоп тороусы ҡоролма менән, ә иң ышаныслыһы автокреслоға ултыртып йөрөтөгөҙ. РФ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре водителдәрҙе 12 йәшкә тиклемге балаларҙы, уның буйына һәм кәүҙә ауырлығына яраҡлы, махсус тотоп тороусы ҡоролма менән йөрөтөүҙе талап итә. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн водителгә 3 мең һум күләмендә административ штраф һалыу ҡаралған.
Балаларҙың именлеге өсөн аҡса йәлләмәгеҙ, уларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәһен үтәгеҙ!