Общие статьи
6 Мая 2022, 05:15

Ҡылғандары – бары изгелек

Күпереп яҙғы сәскә атҡан мәлдә, 1957 йылдың майында, Көҫәпәй ауылында донъяға килә Нургизә Марат ҡыҙы Ахунова.

Ҡылғандары – бары изгелекҠылғандары – бары изгелек
Ҡылғандары – бары изгелек

Тырыш, бөтмөр ҡыҙ Мәсетле, һуңынан Арҡауыл урта мәктәбен тамамлай. Артабан Әлшәй райо­нының Раевка ауылындағы техникумда кондитерға уҡып сыға. Нургизә Марат ҡыҙы ғүмере буйына РайПО системаһында эшләй. 40 йыл хеҙмәт итеү дәүерендә уға ашнаҡсы ла, кондитер ҙа, кассир ҙа, икмәкхана мөдире лә булып эшләргә тура килә. Яуаплы, тырыш, матур мөғәләмә итеүе менән коллегалары араһында ҙур абруй яулаған. Хеҙмәте лә баһаланмай ҡалмаған: Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. Ә иң ҡәҙерле наградалары – “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн” һәм “Ҡулланыусылар кооперацияһындағы яҡшы хеҙмәте өсөн” отличие билдәләре.
1976 йылда Нургизә апай тормошҡа сыға. Ғаилә район үҙәгендә төпләнеп йәшәй. Тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр. Бөгөн балалары – оло терәк-таяныс, улар менән ғорурлана, һәр береһе үҙ тормошо менән алыҫ Сорғот ҡалаһында эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Ейәнсәрҙәре Эмилия, Сабрина, Данелия өләсәйҙәрен бик ныҡ ярата. Ә бына ейәне Дамир яңыраҡ Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан.
Бөгөн Нургизә Марат ҡыҙы хаҡлы ялда. Һәүетемсә генә донъя көтә: баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт үрсетә, яратҡан шөғөлө – тәмле-татлы ризыҡтар бешереү. 90 йәшлек әсәһен Һандуғас Нәби ҡыҙын ҡәҙерләп тәрбиәләй. Дини байрамдарҙа мәсеткә барып, аш-һыу әҙерләшергә ярҙамлаша. Күрше-күләндәре, дуҫтары, туған-тыумасалары менән бик татыу йәшәй ул.
Күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, имен тормош насип итһен Хоҙай.

Автор:Гөлшат Рәйесова
Читайте нас