Общие статьи
24 Апрель 2022, 17:33

Радий Хәбиров: “Туғандар һәм яҡындар өсөн ваҡыт табырға кәрәк“

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тормоштағы төп ҡиммәттәргә ҡағылышлы яҙма ҡалдырҙы.

Радий Хәбиров: “Туғандар һәм яҡындар өсөн ваҡыт табырға кәрәк“Радий Хәбиров: “Туғандар һәм яҡындар өсөн ваҡыт табырға кәрәк“
Радий Хәбиров: “Туғандар һәм яҡындар өсөн ваҡыт табырға кәрәк“

“Православие дине вәкилдәре өсөн дә, мосолмандар өсөн дә ошо изге, байрам көндәрендә башыбыҙға тормошобоҙҙағы ысынлап та иң мөһим, мәңгелек ҡиммәттәр тураһындағы уйҙар килә. Хоҙай насип итеп, йылдар үткәс, олоғайып әүҙем тормоштан бушағас, хәтер һандығымдың ҡайһы мәлдәрен ҡәҙерләп иҫкә аласағымды аныҡ беләм – ғаиләмә арнаған мәлдәрҙе. Әлбиттә, эшмәкәрлек осоронда кешеләр, республика файҙаһына ниндәй изге һәм яҡшы эштәр башҡарыуым да минең өсөн һәр саҡ мөһим булды һәм булып ҡала. Әммә уйҙарымда үткәндәргә әйләнеп ҡайтҡанда ысын ҡәнәғәтлек тапҡан иң мөһим нәмә – ул да булһа, ябай ғына хәл-ваҡиғалар хаҡындағы хәтирәләр: ҡатыным, балаларым, туғандарым һәм яҡындарым менән бергәләп саф һауала йөрөгән, һөйләшкән, улар менән берлектәге иртәнге һәм киске аштар, кино ҡараған, китап уҡыған саҡтар. Һәм бындай хәлдәр ни тиклем күберәк булһа, хәтеребеҙҙә лә тормоштоң сағыу иҫтәлектәре шул тиклем күберәк һаҡланып ҡалыр. Шуға күрә, ҡатмарлы эш графигына, хәл-шарттарға һәм башҡа мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, туғандар һәм яҡындар өсөн ваҡыт табырға кәрәк. Был – иң мөһиме.
Барығыҙға ла һаулыҡ һәм изгелек!” – тип яҙған Радий Хәбиров.

Автор:"Башкортостан"
Читайте нас