Общие статьи
5 Апрель 2022, 08:05

Мәймүнә апайыбыҙға – 100 йәш!

Ахун ауылында йәшәүсе Мөхәмәтйән Йыһан­ғәле улы менән Гөлбаҙыян Мөхәмәтфәйез ҡыҙы Йыһанғәлиндарҙың ун балалы ишле ғаиләһендә үҫә Ғөлхайран.

Мәймүнә апайыбыҙға – 100 йәш!Мәймүнә апайыбыҙға – 100 йәш!
Мәймүнә апайыбыҙға – 100 йәш!

Аслы-туҡлы замана балаларының яҙмышы билдәле: ата-әсәһе, һәр ҡайһыһын тиҙерәк башлы-күҙле итеп, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрһен тип, атай йортонан йәһәтерәк оҙатыу яғын ҡарай. Гөлхайранды ла ошо ауыл егете Иман­ғол Байрамғол улы Байрамғоловҡа кейәүгә бирәләр. Уҫал, үҙ һүҙле ғаилә башлығы ҡатынына ҡарата ла, балаларына ла үтә лә ҡоро була, дилбегәне бик ныҡ ҡыҫҡа тота. Ҡайҙа инде ул йәш кәләшен ата-әсә йортона ебәреү, йорт, хужалыҡ эштәренә сума Гөлхайран. Бер-бер артлы биш ҡыҙ, бер малай донъяға килә: Сәрбиямал, Сәмсиәямал, Әминә, Мәймүнә, Хоҙайбирҙе, Хәсбиямал. Бәләкәйҙән эшкә егелә балалар. Шул хеҙмәт сынығыуын бик иртә алып, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, йәшәүгә ынтылыштары көслө булғанғалыр, күрәһең, Иманғол бабайҙың ҡыҙҙары оҙон ғүмерле булдылар, 85-92 йәшкә тиклем йәшәп донъя ҡуйҙылар. Бер бөртөк Хоҙайбирҙене генә Хоҙай Тәғәлә үҙенә иртәрәк ала.
Ана шул биш ҡыҙҙың береһе – Мәймүнә апайыбыҙға бөгөн – 100 йәш! “Апайыбыҙға” тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтәм, сөнки ул әтейебеҙ Ханов Кинйәбай Хан улының бер туған апаһы Гөлхайрандың донъялыҡтағы берҙән-бер ҡыҙы. Шөкөр, нәҫелебеҙҙә бер быуат ғүмер кисергән тәүге ҡарлуғасыбыҙ.
Мәймүнә Иманғол ҡыҙы 1922 йылдың 5 апрелендә донъяға килә. Ниҙәр генә үтмәй уның башынан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 20 йәшлек ҡыҙҙы Мейәс ҡалаһына торф ҡаҙыр­ға ебәрәләр. Өс йыл шунда эшләй. Ул йылдарҙа башынан үткән михнәттәрҙе апайыбыҙ һәр саҡ әсенеп һөйләр ине. Ныҡ үҙәгенә үткәндер, күрәһең. Унан ҡайтҡас, йәш елкенсәкте леспромхозға ағас әҙерләү эшенә ебәрәләр. Һуңынан Свердловскиға йәнә торф сығарырға китәләр. Әле унда, әле бында мәжбүри эштәрҙә йөрөй-йөрөй, 1950 йылда ғына тыуған ауылына ҡайтырға насип була Мәймүнәгә. Ун дүрт йәшенән колхозда эш башлаған ҡыҙҙың хеҙмәт биографияһы һуңынан “Һарғамыш” совхозында дауам итә һәм лайыҡлы ялға китеү уңайынан ғына совхоз штатынан сығарыла.
Мәймүнә Иманғол ҡыҙының ысын мәғәнәһендә героик хеҙмәте “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (27.06.1957 йыл), “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында батыр һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” (31.03.1995 йыл) миҙалдарына һәм Бөйөк Еңеүҙең күп юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
Мәймүнә апай ире Заһит Хужиәхмәт улы менән ике балаға ғүмер бирәләр: улдары Әбүзәр Учалыла йәшәй. Тормош иптәше Гөлшат менән өс ул үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәренә кинәнеп йәшәйҙәр. Асия Ҡалмаҡтар ауылында йәшәй. Тормош юлдашы Данис менән ике улға, бер ҡыҙға ғүмер биреп, ҡарттай-ҡәртнәй вазифаһын үтәйҙәр. Мәймүнә апайыбыҙ ун йыл инде ҡыҙы Асия тәрбиәһендә Ҡалмаҡтар ауылында йәшәй. “Йәш саҡта күргән михнәттәрем, мохтажлыҡтарым өсөндөр инде Хоҙайым олоғайған көнөмдә рәхәт тормош насип иткәндер. Балаларыма, кейәү-килендәремә, туғандарыма мең рәхмәтлемен. Ризамын,” – ти бер быуат ғүмер кисергән Ил инәһе.
Йөҙ йәшең мөбәрәк булһын, Мәймүнә Иман­ғол ҡыҙы!

Автор:Нурия Яруллина.
Читайте нас