Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2022, 18:00

Хөрмәтле мөғәллимә

Айгөл ғинуар айының ап-аҡ ҡарға күмелгән мәлендә Әлкә ауылында Бөйөк Ватан hуғышы ветераны, хәрби политрук, лейтенант Хәлил hәм арҙаҡлы уҡытыусы Маhира Ғиниәтуллиндар ғаиләһендә 6-сы бала булып донъяға килгән.

Хөрмәтле мөғәллимә
Хөрмәтле мөғәллимә

Айгөл Хәлил ҡыҙы бик маҡтаулы ғүмер юлын үтә. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡып, һәр эштә бик әүҙем, башҡалар өсөн өлгө булып үҫә. Уға дүрт йәш сағында атаһы ауыр йәрәхәтенән вафат була, әсәһе ете бала менән тороп ҡалып, барыһын да уҡытып, оло тормош юлына баҫтыра. Ул әсәhенең өй хужалығын алып барыуҙа төп ярҙамсыhы була, туғандарына ла ярҙам итә. Татыу ғаиләлә ағалары-апалары, hеңлекәше менән әсәhенең наҙында бик матур зирәк ҡыҙ булып үҫеп етә. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның география һәм иҡтисад факультетын ситтән тороп уҡып сыға. Һарғамыш, Әлкә мәктәптәрендә тарих һәм география фәндәрен уҡыта. Уҡыусылары ла уны бик ярата, тыуған яғын өйрәнә, экскурсияларға йөрөтә.
Өфө егете Рәмил Сатаев менән осрашып өйләнешкәс, Өфө ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Мөхәббәт емештәре булып, ҡыҙҙары Регина, улдары Данил тыуа. Уларҙы уҡытып, юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Хәҙер балалары әсәләрен шатландырып, икеһе лә ғаиләле, Ләйсән, Салауат, Эмир, София, Эмиль исемле ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Бөтәhе лә шәп, бөтәhе лә матур.
Айгөл Хәлил ҡыҙы ғүмере буйы белем алыу юлында, hәр ваҡыт юғары ғилемгә ынтылып йәшәй. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан фәндәр академияһында география бүлегендә әйҙәүсе ғилми мөхәррир вазифаһын башҡара hәм “Башҡортостан энциклопедияһы”н сығарыуҙа тос өлөш индерә, маҡтаулы грамоталарға лайыҡ була. Артабан 2000 йылдан башлап БДУ-ның иҡтисад факультетында “Төбәк иҡтисады” кафедраhында өлкән уҡытыусыhы булып эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта, кафедрала уҡытыу-методик эштәр буйынса кафедра мөдиренең урынбаҫары, факультеттың юғары ғилми Советының ағзаhы hәм ғилми секретары вазифаларын уңышлы башҡара. Хеҙмәте лә юғары баһалана: Башҡортостан, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Аспирантура hәм магистратураны ла уңышлы тамамлап, Айгөл Хәлил ҡыҙы бер туҡтауһыҙ белемен камиллаштыра, фәнни докладтар менән сығыштар яhай. Артабан да уның ғилми эҙләнеү-тикшеренеү эштәре тамамланмай әле. Хәҡиҡәтте аңлау, дини ҡанундарҙы өйрәнеү уның төп маҡсатына әйләнә hәм дә БДУ-ның “Ислам теология”hы бүлегендә уҡып сығып, 2017 йылда дини ғилемгә эйә була. 2019 –2021 йылдарҙа Рәсәй ислам университетының ғилми идараhына етәкселек итә.
Бөгөн дә Айгөл Хәлил ҡыҙы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙ өҫтөндә күп эшләй. География фәненән мәктәптә балаларҙы уҡыта.
Дим биҫтәһендә ике ҡатлы йорттары тирә-яҡҡа нур сәсеп, балҡып ултыра. Тирә-яғы хуш еҫле, алы-гөллө сәскә, емеш ағастары менән йәмле, йәшелсә-емештәре лә ишелеп уңа. Артабан да шулай шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, балалар изгелегендә бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Күңелебеҙ түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бергә hәм берҙәм булып, Хоҙай биргән ғүмерҙе ике донъя сәғәҙәтендә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, бәхеттә, бәрәкәттә, именлектә-hаулыҡта үткәрергә яҙhын.Эштәрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүен, шулай мәртәбәле, маҡтаулы нурлы ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Гөлшат ШӘМСЕТДИНОВА.

Автор:Гөлшат Рәйесова
Читайте нас: