Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2022, 13:46

Социаль түләүҙәр буйынса яңылыҡтар бар

2022 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер социаль ярҙам сараларына түләүҙәр министрлыҡтан Пенсия фондына тапшырыла. 

Социаль түләүҙәр буйынса яңылыҡтар бар
Социаль түләүҙәр буйынса яңылыҡтар бар
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Күп функциялы үҙәк берлектә 2022 йылға социаль түләүҙәр һәм пособиелар темаһына матбуғат конференцияһы үткәрергә әҙерләнә.

Осрашыу 14 ғинуарҙа Күп функциялы үҙәктең төп офисында (Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 8) ойошторола. Фекер алышыу барышында 2022 йылдың 1 ғинуарынан социаль түләүҙәр һәм пособиелар буйынса ғәмәлгә ингән яңылыҡтар, халыҡҡа социаль ярҙам сараларын рәсмиләштергәндә ябайлаштырылған процедуралар төрҙәре  хаҡында һүҙ буласаҡ. Шулай уҡ үткән йылғы эшкә йомғаҡ яһаласаҡ һәм яңы йылға пландар билдәләнәсәк.

Спикерҙар булып ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова сығыш яһаясаҡ.  Сара “Минең документтар”  Күп функциялы үҙәктең  “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге   (https://vk.com/mfcbashkortostan) һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ( https://vk.com/mintrudrb) рәсми төркөмдәрендә онлайн тәртиптә барасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 15 973,5 һум тәшкил итә. Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге өсөн–23 613 һум. Халыҡтың йән башына тура килгән йәшәү дәүмәле – 11 009 һум, эшкә һәләтле кешеләр өсөн –12 000 һум, пенсионерҙар өсөн –10 431 һум, балалар өсөн –10 679 һум.  Шулай уҡ 2022 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер социаль ярҙам саралары түләүҙәре министрлыҡтан Пенсия фондына тапшырыла. Матбуғат конференцияһы ”Минең документтар” Күп функциялы үҙәктең төп офисындағы конфренциялар залында үтәсәк. Сара 15.00 сәғәттә башлана. Журналистарҙы аккредитациялау –13.00 сәғәткә тиклем. Электрон почта –[email protected]

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54460

 Фото:orenburzhie.ru

Автор:Дина Арсланова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: