Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2022, 15:00

Ғүмер йомғағы

Ғүмер юлы, ғүмер үрҙәре… Тәгәрәй генә ғүмер йомғағы. Ҡайҙарға алып бара ул, ниндәй юлдар аша үтә? Ғүмер йомғағының ебе һүтелә лә хәтирәләрҙе барлай. Уйландыра ла, моңландыра ла шул уҙған йылдар, үткән юлдар. Тормош тауының сираттағы үрен артылған һайын кеше йәшәүенең асылы, мәғәнәһе тураһында күберәк уйлана. Уйлай китһәң, күңел сөңгөлөнә төшһәң, һәр кемдең ғүмере – том-том китаплыҡ. Һәр кемдең ошо китабы һынауҙарҙан хасил.

Ғүмер йомғағы
Ғүмер йомғағы

Уҙған юлыңда артыңдан яҡты эҙ ҡалһа, әҙәм күңелдәрендә, хәтерендә эшләгән изгелектәрең һаҡланһа, бынамын тигән лайыҡлы ейәндәр үҫеп килһә, тимәк, ғүмер бушҡа үтмәгән.
Ғинуар айының ҡарлы-буранлы көндәрендә Лағыр ауылында йәшәүсе Хәйров Фәрит Бәрүәз улы донъяға килгән. Һуғыштан һуңғы замандар бер кемгә лә еңел бирелмәгәндер. Ата-әсәһе – һуғыш яландарын уҙған, миҙалдар менән наградланған яугирҙәр балаларын тормоштоң тәмен белеп йәшәргә, ҡәҙерен белергә өйрәтмәй, тәрбиә өлгөләрен бирмәй ҡалмағандыр. Урта мәктәпте тамамлаған егет хеҙмәт юлын райондың Торналы мәктәбендә башлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Нәҡ студент һуҡмаҡтары Фәрит Бәрүәз улын Әҡлимә Хәким ҡыҙы менән осраштыра. Йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, ғаилә ҡора, донъяны йәмләп улдары Салауат тыуа, ең һыҙғанып мәғариф өлкәһендә эш башлай уҡытыусылар. Йәш педагогтар мәктәптә балаларға белем бирһә, ауыл, район тормошонда ла ҡайнап йәшәй, бөтә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, йәштәр менән эшләй. Тырыш, эшен яратып башҡарған кешегә әленән әле яуаплы вазифаларҙы тапшыралар. Икеһенә лә завуч, мәктәп директоры ла булып эшләргә тура килә уларҙың. Фәрит Бәрүәз улы оҙаҡ йылдар “Лағыр” совхозының партия ойошмаһын етәкләне, совхоздың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге үҫешенә күп көс һалды. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме, Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, Башҡортостан мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ район, ауыл хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары уның хеҙмәтенең баһаһы. Район “Йыл уҡытыусыһы”, Республика бәйгеһе еңеүсеһе лә ул. Күп тапҡырҙар район Советы, ауыл советы депутаты, аҡһаҡалдар советы рәйесе лә булырға тура килә уға.
Ниндәйҙер дан, ниндәйҙер баһа алам, тип тә йәшәмәне улар. Тормош һуҡмағын үҙҙәре тырышып һалған кешеләр. Ә бит тормош бер ҡасан да еңел булманы. Төрлө сағы булды: мәшәҡәте лә, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғылы осоро ла. Фәрит Бәрүәз улы тура һүҙле, ғәҙел кеше. Ләкин күңеле шул тиклем киң уның: тормоштоң иң ауыр саҡтарында туғандарын уҡытып, һөнәр алырға ярҙам итте, туйҙар үткәреп, һәр береһен оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы, һәр береһенә күңелендә урын тапты.
Ҡайғыларҙа ҡойолоп төшмәне, сабырлығын алға ҡуйҙы, ейән-ейәнсәрҙәр хаҡына бирешмәне. Бөгөн ейәне Илназ – Башҡорт дәүләт авиация техник университеты, ейәнсәрҙәре Вәсилә – Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары. Кәмилә – 10-сы класс уҡыусыһы. Килендәре Юлиә Радмил ҡыҙы менән шатлыҡтарҙы бергә күтәрә, мәшәҡәттәрҙе бергә үтә Хәйровтар. Бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып тормош көтәләр. Туғандары ла улар тип өҙөлөп тора. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар коллективы ла онотмай: кәңәшен һорай, таяныс эҙләй, ярҙамға саҡыра.
– Йәшәлгән ғүмерем бушҡа уҙманы: райондаштарым, ауылдаштарым, туғандарым, уҡыусыларым алдында намыҫым таҙа, күңелем саф. Ҡулымдан килгәнсә барыһына ла ярҙам иттем, һайлау алдында ҡалғандарға ҡайһы ваҡыт беҙҙең бер һүҙ бөгөлгән ерҙән яңынан турайып, тормош башларға булышлыҡ иткәндер. Бында инде һинең ҡайҙа, кем булып эшләүең мөһим түгел. Бөгөн иһә етерлек тормош тәжрибәһе туплаған ете тиҫтәнән артыҡ йыл йәшәү дәүерендә кеше, шәхес булараҡ, беренсе сиратта, үҙе менән көрәшергә, юғалып ҡалмаҫҡа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә тейеш, тип уйлайым, – ти юбиляр үҙе.
Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, сабыр ғына тормош йомғағын һүтә беҙҙең юбиляр. Аҡыллы кешеләрҙең алтын һүҙҙәре бөгөнгө йәштәргә тормош девизы булырлыҡ.
– Тормош иптәшемдән уңдым, ул минең һәр ваҡыт таянысым булды. Яуаплы вазифалар башҡарғанда тылдың ныҡлы булыуы мөһим. Әҡлимә Хәким ҡыҙы иң көслө тыл, ярҙамсы булды. Ул тоғро, аҡыллы ҡатын, оҫта хужабикә, –ти Фәрит Хәйров.
Күп юғалтыуҙар, һыҙланыуҙар аша килгән олпат ҡартлығының һәр көнөнөң ҡәҙерен белергә тырышып ятҡан көнө бөгөн уның. Үтелгән йылдар әҙ ғүмер түгел. Был донъяла йәшәр өсөн күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм тормош аҡылы кәрәк. Ошо көндәрҙә уға 75 йәш тула. Уҙаманды ихлас күңелдән күркәм тормош байрамы менән ҡотлайбыҙ! Хөрмәтле Фәрит Бәрүәз улына бөтмәҫ-төкәнмәҫ һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Автор:Венера Ситдикова. Лағыр ауылы.
Читайте нас: