Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2022, 10:00

Йыл һөҙөмтәләре: иҡтисад, демография, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәйәсәте

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ яңы йыл интервьюһында райондың 2021 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәйәсәте күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Йыл һөҙөмтәләре: иҡтисад, демография, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәйәсәте
Йыл һөҙөмтәләре: иҡтисад, демография, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәйәсәте

– Иҡтисади йәһәттән 2021 йылды, ул бик ауыр үтеүенә ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланыҡ. Райондың дөйөм тупланма (консолидированный – ред.) бюджеты 1 млрд. һумдан ашыу тәшкил итте.

Шәхси эшҡыуарлыҡ субъектына ҡарамаған иҡтисади эшмәкәрлек алып барыусы ойошмаларҙың продукция әйләнеше 2021 йылдың 1 ноябренә 3 млрд. 263 млн. һум булды. 2020 йылдың ошо осорона ҡарата ул – 97,8 процент. Иҡтисад структураһында сағыштырма ауырлыҡтың 36 процентын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһе, 9 процентын сәнәғәт тармағы биләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда демографик хәл киҫкен тора. 2021 йылдың 1 ғинуарына районда даими йәшәүселәрҙең һаны 23561 кеше булһа, быйыл, яҡынса баһалауҙар буйынса, 22945 кеше ҡалыуы фаразлана. Былтырғы туғыҙ айҙа халыҡтың тәбиғи аҙайыуы 79 кеше тәшкил иткән. Миграция буйынса 2021 йылдың һигеҙ айында 39 кеше кәмегән.

Салауат районы биләмәһендә “Янғантау” геопаркын үҫтереү, халыҡҡа яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм фермер хужалыҡтары үҫешенә уңайлы шарттар булдырыу иҫәбенә миграция буйынса хәлде яҡшыртыу ҡарала. Бер йыл эсендә районда 90 яңы эш урыны булдырылды.

– Аграр тармаҡ – райондың төп өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәренең береһе. Ауыл хужалығы өсөн йыл нисек үтте?

– Райондың ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар 2021 йылдың 1 декабренә 1 млрд. 135 млн. һум суммаға тулайым продукция етештергән. “Братья Пономаревы” агрофирмаһы, “Юлай” КФХ-һы, шәхси эшҡыуарҙар Алик Рәжәпов, Артем Федоров, Марат Хәйруллин, Владик Нәбиуллин, Наталья Брагина һ.б. фермер хужалыҡтары йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы.

Салауат районында фермер хужалыҡтары әүҙем үҫешә, йыл һуңына уларҙың һаны 111 берәмек булып китте. Район аграрийҙары былтыр бюджеттың бар кимәлдәренән 14 млн. 902 мең һумдан ашыу субсидия алды. “Агростартап” ведомство маҡсатлы программаһы буйынса район фермерҙары 4,9 млн. һум грант отһа, “Ғаилә фермаһы” программаһы аша 4,6 млн. һумға эйә булды.

Киләсәктә районда ит етештереү, йәшелсә, бәрәңге үҫтереүҙе арттырыу күҙаллана. Агросәнәғәт тармағын үҫтереүҙең тағы бер йүнәлеше – бассейн-канал балыҡсылығы. Әлбиттә, иң төп йүнәлеш булып етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һатыуҙы ойоштороу һанала. Артабан беҙгә шул йүнәлештә эште дауам итеү мөһим.

– Яңы өҫтәмә эш урындары булдырыу, ҡаҙнаның килем өлөшөн тултырыу, райондың инфраструктураһын үҫтереү, ғөмүмән, урындағы халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн инвестициялар йәлеп итергә кәрәк. Районда инвестициялар буйынса эшмәкәрлек һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше торошо нисек?

– Ысынлап та, инвестициялар йәлеп итеү – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс ул. Былтырғы туғыҙ айҙа төп капиталға инвестициялар күләме финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә, кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарынан тыш, 205 млн. һумдан ашыу тәшкил итте. Үҙ саралар иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 125,44 млн. һум булыуы күҙаллана. Райондың инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу быйыл да дауам итәсәк.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ та иҡтисадта ҙур урын алып тора. 2021 йылда 49 эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелеп, уларҙа 210 млн. һум суммаға 51 проект ҡаралды. Районда йыл һуңына ҡарата 485 берәмек кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. “Үҙмәшғүл”дәр – 476 берәмек. Бәләкәй эшҡыуарҙарҙың сығымының бер өлөшөн ҡаплауға 4 млн. 522 мең һумдан ашыу финанс ярҙам күрһәтелде.

Әлеге мәлдә 160 млн. һумлыҡ дөйөм суммаға 17 проект тормошҡа ашырыла. Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға 104 млн. һум инвестиция һалынды. М-5 федераль трассаһы һәм “Кропачево – Мәсәғүт – Әшит” автомобиль юлы эргәһендә 16 млн. һумға 3 юл яны сауҙа комплексы төҙөлөшө тамамланып килә. Эшҡыуар Ильяс Мөхәмәтдинов Һарғамыш ауылы янында 6 млн. һумлыҡ проект буйынса ит малсылығын үҫтереүҙе бойомға ашыра.

18 млн. һумлыҡ суммаға 17 проект эше тамамланды, һөҙөмтәлә 26 эш урыны булдырылды. Киләсәктә 232 млн. һум суммаға 29 проектты тормошҡа ашырып, 210 яңы эш урыны асыу планлаштырыла.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: