Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2021, 10:20

Салауат еренең лайыҡлы улы

Лаҡлы ауылының Хамматов исемендәге колхозының беренсе тракторсыһының кинйә улы Раил Ғәлимулла улы БАЙТУЛЛИН Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡурҡыныс йылында – 1941 йылдың 22 октябрендә тыуған. Ауыл балалары ул осорҙа тиҙ өлкәнәйә. Раил да аяҡҡа баҫыу менән эшкә егелә.

Салауат еренең лайыҡлы улы
Салауат еренең лайыҡлы улы

Ете йәштән уның колхозда үҙ шәхси иҫәбе асыла. Атҡа тырма тағып, бесән йыя, иген башағы, бәрәңге йыйыуҙа ла ҡатнаша. Ҡайындан ауыл оҫталары яһаған ауыр ағас һәнәкте ҡулына ун йәшенән тота башлай. 13 йәшендә эҫкерткә бесән ташлай. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бер рәттән эшләйҙәр.
Күрше Йыланлы ауылында урта мәктәпте тамамлап, Өфөлә заводта эшләй. Ләкин үҙ ере, тыуған яғы йәмле Әй буйҙары, мәғрүр ҡая-таулы, иген баҫыулы Лаҡлы ауылына тарта. Колхозда бер аҙ эшләп, өлкән ағаһы Рафит өлгөһөндә Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Икенсе курстан Совет Армияһы сафына алынып, унда взвод командиры булып хеҙмәт итеп, тәүге етәкселек һәләтен ала. Хеҙмәттән ҡайтып, институтта уҡыуын дауам итә, агрономия факультетының студенттар профкомы рәйесе була.
Уның тәүге ауыл хужалығы вазифаһы – “Әй” колхозы агрономы. Бер йылдан, 1970 йылда, Лаҡлы ауылы халҡы Хамматов исемендәге колхозға рәйес итеп һайлай. Раилға өйрәнер, үрнәк алыр кеше була: ағаһы Рафит Салауат исемендәге колхозға етәкселек итә.
Тик 1974 йылда энекәше етәкселек иткән хужалыҡ Салауат исемендәге колхозды барлыҡ иҡтисади күрһәткестәр буйынса уҙып китә. 1976 йылда Хамматов исемендәге колхоз СССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының һәм ВЦСПС-тың Ҡыҙыл Байрағы, шулай уҡ ул ваҡыттағы иң яҡшы еңел автомобиль – “ВАЗ-2106” машинаһы менән бүләкләнә һәм колхоз эшсәндәренә премиялар бирелә. Тиҙҙән колхоз рәйесе лә “Почет Билдәһе” ордены менән наградлана.
Уңыштар үҙенән үҙе килмәй. Тәүлегенә 20 – 24 сәғәт эш сәғәте, һәр колхозсының күңеленә ярай белеү, уларҙы өгөтләй алыуы һөҙөмтәһе ул. 1975 йылдағы ныҡ ҡоролоҡ осоро. Иген культуралары тамырынан ҡорой, бесән әҙерләргә үлән булмай. Лаҡлы мәктәбендә июнь аҙағында ашығыс рәүештә уҡытыусыларҙы йыялар. Раил Ғәлимулла улы уларҙы колхозға ярҙам итеүен һорай. Уҡытыусылар, үҙ ялдары менән иҫәпләшмәй, июль буйына колхоз малына япраҡ бәйләп аҙыҡ әҙерләй.
Раил Байтуллинға психолог һәләте әсәһе Асия Нәбиулла ҡыҙынан күскәндер. Ул лаҡлыларҙы хөрмәт итә, ярата, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Ә ауылдаштары уға яҡшылыҡ менән яуап ҡайтара. Игендең уртаса уңышы гектарынан 25 центнерға күтәрелә. Һайлап алып сәселгән бойҙай орлоғонан айырым тәжрибә участкаларында гектар ҡеүәте 45 центнерға етә. Колхоздың башҡа тармаҡтары ла үҫешә. Икешәр ҡошсолоҡ, һарыҡсылыҡ фермаһы, сусҡасылыҡ фермаһы була, һауын һыйырҙары биш йөҙ баш тәшкил итә. Бер һыйырҙан һауым йылына өс мең һәм унан ашыу литр булып китә. 30 меңәр центнер игенде дәүләткә тапшыралар. 400 баштан ашыу һыйыр малын иткә оҙатыу өсөн һимертәләр. Яландарҙа 40 трактор, 20-гә яҡын комбайн эшләй. Игенде киптереү һәм һаҡлау өсөн үҙәк ток (келәт) төҙөлә.
1979 йылда Раил Ғәлимулла улы район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары – Салауат районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был яуаплы вазифала 12 йыл хеҙмәт итә. Район ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса республиканың төньяҡ-көнсығыш зонаһы буйынса беренсе урынға сыға. Салауат районы колхоздары базаһында республика күләмендәге семинарҙар үтә. Ул үҙе ошондай ҙур сараларҙы һорап ала. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, ауыл хужалығы объекттарын йүнәтеүгә аҡса бүленә. Ауыл халҡы үҙ хужалыҡтарын, йорттарын да тәртипкә килтерә. 1991 йылдан Раил Ғәлимулла улы Салауат районының Ер комитетына етәкселек итә. Ер эше менән бәйле 40 йыл ғүмере лә үтеп китә. Бөгөн дә бойҙай баҫыуҙары, үҙе менән эшләгән кешеләр уның төшөнә инә.
Эше эш менән, ләкин әҙәм балаһының башҡа бурыстары ла бар. Студент саҡтан уҡ ветеринария факультетында уҡыған Гөлзада Малиҡ ҡыҙына өйләнә. 48 йыл бергә ғүмер итеп, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Илдар һәм Эльза бөгөн Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында табип булып уңышлы эшләй. Биш ейән-ейәнсәре үҫеп килә. Икәүһе эшләп йөрөй: береһе – врач, икенсеһе – именлек хеҙмәтендә. Икәүһе – юғары уҡыу йорто студенттары. Бишенсеһе – олатаһының яратҡан ейәне Малаяҙ башҡорт гимназияһында уңышлы уҡып йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлзада Малиҡ ҡыҙы баҡыйлыҡҡа бик иртә күсте. Раил Ғәлимулла улы һөйөклө ҡатынын юғалтыуҙы ауыр кисерҙе. Әммә был ҡайғы-хәсрәтте еңергә үҙендә көс тапты. Ул бит ғаилә башлығы, балалары, ейәндәре хаҡына йәшәргә тейеш.
Раил Ғәлимулла улы ағасын да ултыртҡан. Ул үҙ йортонда баҡса үҫтерә, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы булғанда колхоз-совхоздарға ярҙам итә. Ағас үҫентеләре килтертә, районда колхоз һәм совхоз баҡсасылары тигән яңы вазифалар асыла.
Раил Ғәлимулла улы бөгөн дә районды хәстәрләп йәшәй, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Ул яҡшы әңгәмәсе, ышаныслы иптәш. Уға һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Артабан да ергә изгелек һәм һөйөү сәсеп йәшәһен.
Фларид БАЙМӨХӘМӘТОВ,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Малаяҙ ауылы.

Автор:
Читайте нас: