Йүрүҙән
+20 °С
Облачно
Подписаться на Дзен
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм-канал
MAX
Общие статьи
19 Апреля 2021, 10:29
Республика райондарында һәм ҡалаларында торлаҡҡа хаҡтары раҫланды
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2021 йылдың II кварталына ҡалаларҙа һәм муниципалитеттарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланы.Бойороҡ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2021 йылдың II кварталына ҡалаларҙа һәм муниципалитеттарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланы.
Бойороҡ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документтан күренеүенсә, хәҙер ҡалаларҙа торлаҡтың квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы – 48 687 һум. Республика райондарында торлаҡтың квадрат метрының уртаса хаҡы 41 384 күләмендә билдәләнгән.
Дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға бүленгән субсидияны иҫәпләү өсөн кәрәк, тиелә бойороҡта.
«Башинформ»
хәбәр иткәнсә
, бер йылда республикала беренсел баҙарҙа торлаҡ 8,2% ҡиммәтләнгән. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың IV кварталында Башҡортостанда беренсел торлаҡ баҙарында бер «квадрат»тың уртаса хаҡы 68,7 мең һумға еткән.
Читайте нас