Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2021, 14:40

Иглин фермеры аҡҡошто үҙенә алған

Өфө халҡы Йылы күлендә боҙ араһында йәшәгән аҡҡошто шәйләп ҡалған. Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре ҡошто тотҡан.

Өфө халҡы Йылы күлендә боҙ араһында йәшәгән аҡҡошто шәйләп ҡалған. Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре ҡошто тотҡан.

Асыҡланыуынса, аҡҡош биш йылға яҡын күлдә үҙенең пары менән йәшәгән. Инә ҡош былтыр декабрҙә үлгән. Ҡанатлылар бер кешенеке булған, йәнәһе лә ул ҡоштарҙың дәүләт тарафынан һаҡланыуын белмәгән. Аҡҡоштоң үпкәһендә һәм ашҡаҙанында паразиттар табылған.

Әле ҡаңғылдаҡты билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллин үҙенә алған. Уның айыуҙары, тауистары, хәҙер иһә аҡҡошо ла бар.

«Инә аҡҡош та булһа, улар бала сығарһын, күпләп үрсеһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ, беҙҙең йыш ҡына шулай килеп сыға ла инде. Улар беҙҙең һыу ятҡылыҡтарын биҙәр һәм балаларға, айырыуса ҡаҙҙы ла күрмәгән ҡаланыҡыларға бүләк булыр», - ти фермер.

Сығанаҡ: UTV
Читайте нас: