Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2021, 16:38

Башҡортостанда йәшәүсе икмәк эсендә алтын балдаҡ тапҡан һәм уны хужабикәһенә кире ҡайтарған

Дәүләкәндә бер ир урындағы магазиндан икмәк һатып алған һәм уны Өфө эргәһендә йәшәгән дуҫына биргән. Тегеһе кисен икмәкте телгән ваҡытта унда киң алтын балдаҡ тапҡан һәм балдаҡты элекке хужаһына бирергә хәл иткән.

Тиҙ арала икмәк-ҡалас етештергән ойошма, һуңынан йөҙөгөн юғалтҡан ханым асыҡланған. Район икмәкханаларының береһендә эшләгән ҡатын смена башланыр алдынан никах балдағын ситкә һалып торған, ә эш барышында яңылыш икмәк ҡамырына төшөрөп ебәргән.

Өфө районы кешеһе балдаҡты уның табылырына тамам өмөтөн өҙгән законлы хужаһына тапшырған!

Сығанаҡ: "Асылыкүл" гәзите
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: