Башҡортостанда сусҡалар араһында Африка тағуны таралыу хәүефенә бәйле ҡырағай ҡабандарҙы ата башлайҙар.
Уларҙың һаны 4 мең гектарҙа берәүҙән артмаҫҡа тейеш.
Сусҡасылыҡ хужалыҡтары тирәләй 10 саҡрым радиуста бер ҡабан да булырға тейеш түгел. Дүшәмбе, 8 февралдә, хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай бойороҡ бирҙе.
Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары теркәлмәһә лә, Рәсәй төбәктәрендә хәл көсөргәнешле, тип билдәләне ул. 2021 йылдың бер айында һигеҙ субъектта 18 сығанаҡ асыҡланған.
Башҡортостан менән сиктәш Әлмәт районында ла (Татарстан) ауырыу сығанағы табылған. Унда һунарсылыҡ хужалығында ҡабандың түшкәһен тикшергәндә тағун геномы асыҡланған.
Ҡош киҙеүе буйынса ла хәл тотороҡһоҙ. Татарстан һәм Силәбе өлкәһе хужалыҡтарында – бер нисә осраҡ.
Татарстандың Мөслим районында – биш меңдән ашыу ҡаҙ, Зеленодольск районында иһә 175 мең баш күркә юҡ ителгән дә инде.
Радий Хәбиров шулай уҡ Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына хайуандарға һәм ит продукцияһына контролде көсәйтергә ҡушты.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа сусҡаларҙы ялан кәртәгә сығармаҫҡа кәңәш ителде.