17 сентябрҙә, йәғни ошо айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланып, "Салауат урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Учреждениела барыһы 34 кеше эшләй. 2017 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән 130 гектар ерҙә барыһы ярты миллион ҡарағай үҫентеләре ултыртылған. Салауат, Ҡыйғы райондары урмандарының санитар торошон яҡшыртыу өсөн ҙур эш башҡарыла, урман культураларын ултыртыу, үҫентеләрҙе тәрбиәләү, урман һаҡлау һәм башҡа эштәргә ҙур иғтибар бирелә.
Төп эшмәкәрлектән тыш, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Салауат районының йәмәғәт, спорт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Урманды һаҡлаусылар даими экологик өмәләр үткәрә, һабантуй байрамы ойошторолған майҙанды төҙөкләндереүҙә ҙур өлөш индерә.
Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы айҡанлы учреждение хеҙмәткәрҙәре Күҫәләр ауылындағы шишмәне, Яхъялағы шарлауыҡты һәм Кропачево- Мәсәғүт-Әчит юлы участкаһының бер өлөшөн таҙартты. “Йәшә, урман!” акцияһы сиктәрендә уҡыусылар, урман хужалығы ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 16 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртты.
– Төп эшебеҙ – урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, урман хужалығының эффектлылығын күтәреү, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Торлаҡ һәм ихата ҡаралтылары төҙөлөштәре өсөн диләнкәләр бүленә, халыҡты ағас менән тәьмин итәбеҙ. Санитар ағас ҡырҡыу һәм тәрбиәләү эштәрен ваҡытында башҡарып, ҡуртымға бирелгән диләнкәләрҙе лә даими тикшереп торабыҙ. Беҙҙең эштә иң ҡурҡынысы – урман янғыны. Уны иҫкәртеү өсөн төрлө саралар күрелә. Барыбыҙ ҙа еребеҙҙең йәшел матурлығын һаҡларға бурыслыбыҙ бит. Ошо уңайҙан файҙаланып, урмансылыҡ ветерандарын һәм коллективты байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым, – ти "Салауат урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Салауат Миһранов.
Тырыш хеҙмәткәргә лайыҡлы баһа
Урман хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ошо тәңгәлдә оҙаҡ йылдар тырышып эшләгән, республика урмандарының байлығын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүҙә тос өлөш индергән өсөн Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән "Салауат урман хужалығы” учреждениеһының Ҡыйғы участкаһы мастеры Вильдар Фәтихов, кадрҙар буйынса белгес Юлиә Хөсәйенова һәм иҡтисадсы Илнур Шаһапов (һүрәттә) бүләкләнде. Илнур Зинит улы учреждениела биш йылдан ашыу эшләй. Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлағас, ул 2002 йылдан РайПо-ла стажировка үтә. Һуңынан оҙаҡ йылдар территориаль финанс идаралығында баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләй. Дөйөм хеҙмәт стажы 15 йыл булған тырыш белгес коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Финанс яҡҡа килгәндә һәр учреждениеның маҡсаты – килем алыу, бурыстарға батмау һәм сығымдарҙы саманан тыш арттырмау. Был эштәрҙә, әлбиттә, иҡтисадсының әһәмиәте ҙур. Коллегаларының әйтеүенсә, Илнур Зинит улы аукциондар буйынса ла яҡшы белгес. Шулай уҡ ул ғаиләһендә өлгөлө тормош иптәше, бәхетле атай ҙа. Тормош иптәше Зилә Ишхужа ҡыҙы менән өс ул үҫтерәләр. Әйткәндәй, хәләл ефете лә ғүмерен финанс өлкәһе менән бәйләгән. Ул район мәғариф бүлегендә бухгалтер.
“Салауат” урмансылығында берҙәм, уңған коллектив эшләй. Коллективта күп йылдар эшләгән ололар ҙа, яңы ғына урман эшенә ылығып китеүсе йәштәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – Илшат Шәйәхмәтов. Илшат Малаяҙ ауылы егете. Мәктәпте тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында география һәм биология факультетында уҡый. Ҡулына диплом алғас, егет район мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, урман хужалығында буш вакансия булыуын белә. Оҙаҡ уйлап тормай егет ошонда урман мастеры булып эшкә урынлаша. Һынау ваҡытын уңышлы үтеп, бөгөн Илшат учреждениела төрлө эштәр менән мәшғүл. Диләнкәләр бүлеү, халыҡты утын менән тәьмин итеү, ағастарға билдә һуғыу һәм башҡа эштәрҙә тырыш егет әүҙем ҡатнаша. – Коллективҡа өйрәндем, эшем оҡшай. Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, беҙ уны һаҡсыл, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ, – ти ул.
Вил һәм Вадим Шәйбәковтарға яҙмыш автомобиль рулен тотторған, водитель һөнәрен һайлап улар бер ҙә яңылышмаған. Бөгөн Шәйбәковтар династияһының дөйөм хеҙмәт стажы 60 йылдан ашыу тәшкил итә. Улар икеһе лә "Салауат урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһында уңышлы эшләй. Аталы-уллы Шәйбәковтар бөгөн учреждениела “УАЗик”, терминал һәм “Волга” автомобилдәрен йөрөтә. Терминал автомобиль күберәге янғын һүндереүҙә, оператив сығыуҙарҙа һәм үҫентеләр ташыуҙа ҡулланыла. Бөгөнгө көндә автомобилдәрҙең барыһы ла техник яҡтан төҙөк. Ә шулай ҙа техника ватыла ҡуйһа, Шәйбәковтар уны үҙҙәре “һә” тигәнсе эшләп тә ҡуя.
Ҡыҫҡаһы, Вил һәм Вадим Шәйбәковтар үҙ һөнәре нескәлектәрен төплө белгәнлектән, коллективтарында ла абруй ҡаҙанып, үҙ кешегә әйләнгән. Улар хаҡында халыҡ араһында ла, етәкселектән дә тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин.