Район Советына депутатлыҡҡа 3-сө Мәсетле һайлау округы буйынса Ғәлиев Рузил Муллағәли улы (“Малаяҙ электрселтәрҙәре” директоры, “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкиле) һәм 6-сы Малаяҙ һайлау округы буйынса Вәлиев Илнур Радик улы (район мәҙәниәт йорто директоры, “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан күрһәтелгән) үткән.
Шулай уҡ Салауат ауыл Советына депутаттар булып Сәмиғуллин Марат Рәйес улы, Хөснуллин Рөстәм Нәбиулла улы һәм Әминева Алия Дәүләтхан ҡыҙы һайланған. Миәшәгәр ауылына депутат булып Ғәлләмов Ришат Миннийән улы, Нәсибашта – Әхмәтйәнов Азат Дим улы менән Хәкимова Гөлнара Әшрәф ҡыҙы, Мәсетле буйынса Нуриев Нурмөхәмәт Дамил улы үткән.